“Башинформ” агентлығына юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, 2018 йылдың октябренән Радий Хәбировтың ваҡытлыса Башҡортостан республикаһы менән идара итеү осоронда донъяға килгән 15 малай уның исеме менән аталған. Ата-әсәләрҙең уйлауынса, уларҙың улдары ла көслө булып үҫер һәм тормошта күп нәмәгә ирешер.
Ведомствола өҫтәп,тағы ла Радий һирәк исем булыуға ҡарамаҫтан, алдан да ҡушыусылар булыуы тураһында әйтелә. “Радий” исеме боронғо грек теленән тәржемә иткәндә “Ҡояш нуры” тигәнде аңлата. Бындай исем йөрөтөүселәр көслө, маҡсатҡа ирешеүсән, аналитик аҡыл һәм эшкә юғары һәләтле булыуҙары менән айырылып тора.