Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
6 Август 2019, 09:55

Закрой дверь

Ике килендәш Сибайға бикәстәренә ҡунаҡҡа бара. Бер төн йоҡлағандан һуң, икенсе көн ҡайтырға булалар. Иртәнсәк бикәстәре эшкә китер алдынан еңгәләренә: “Бына фатир асҡысы, ҡайтыр булһағыҙ, ишекте бикләп, асҡысты күрше бабайға ҡалдырып китерһегеҙ, уға әйткәнмен”,—ти.

Ике килендәш Сибайға бикәстәренә ҡунаҡҡа бара. Бер төн йоҡлағандан һуң, икенсе көн ҡайтырға булалар. Иртәнсәк бикәстәре эшкә китер алдынан еңгәләренә: “Бына фатир асҡысы, ҡайтыр булһағыҙ, ишекте бикләп, асҡысты күрше бабайға ҡалдырып китерһегеҙ, уға әйткәнмен”,—ти. Бикәстәре эшкә китә. Күп тә үтмәй ике килендәш ауылға ҡайтыр өсөн вокзалға йыйына. Ишекте бикләйҙәр ҙә, бикәстәре әйткәнсә, асҡысты күрше бабайға ҡалдырырға булалар. Тик подъезда аптырауға ҡалалар. Унда бер түгел, ике ишек, ә былар ҡайһы ишекте туҡылдатып, асҡысты ҡалдырырға белмәй. Шулай ҙа бер ишеккә шаҡыйҙар. Фатирҙан оло ғына бер бабай сыға. Килендәштәр бабайға:”Закрой дверь”,—ти. Бабай ишеген ябып инеп китә. Килендәштәр бер-береһенә аптырап ҡарап тора ла, моғайын, бабай һаңғырауҙыр тип, ишекте нығыраҡ туҡылдаталар. Ишектән йәнә баяғы бабай сыға. Был юлы инде ҡатындар, бабай йәнә ишетмәй ҡуймаһын тигәндәй, ҡысҡырып:”Закрой дверь”,—тип һөрәнләйҙәр. Хатта подъезд яңғырап китә. Ҡатындарҙың яу һалып ҡысҡырыуҙарына бабай яурынын ғына һикертә лә, ишеген шарт ябып инеп китә. Ошо инеүенән һуң, ауыл ҡатындары күпме генә ишекте туҡылдатмаһындар, яу һалып ҡысҡырмаһындар, бабай башҡаса ишеген асмай. Шул ваҡыт күрше ишек асылып китә лә унан икенсе бабай килеп сыға. Ҡатындарҙың аптырап тороуҙарына көлөмһөрәп: “Это я должен был запереть за вами дверь”,—ти. Ҡатындар эштең ниҙәлеген аңлап ҡалып, тиҙ генә ҡулдарындағы асҡысты бабайға тоттороп, подъездан сығыу юлын ҡарай. Вокзалға барып, кәрәкле автобусҡа ултырып, ауылдарына ҡайтып китәләр. Күп тә үтмәй өй телефонына Сибайҙағы бикәстәре шылтырата. –
—Һеҙ ниңә минең күрше бабайҙарҙы аптыратып бөткәнһегеҙ? Эштән ҡайтһам, бер-бер артлы ике бабай эйәртенешеп килеп инде. Береһе: “Һиңә кемдәр килгән ул, ишекте астыралар, асһам, закрой ҙа, закрой тип яптыралар”,—ти.
Ошо хәлдән һуң "Закрой дверь" тигән лаҡап беҙҙең ғаиләләлә йыш ҡулланыла.
Рәйхана БУЛАТОВА.
Читайте нас: