Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Август 2019, 11:47

Өлгөрмәнең инде…

Бер ир ҡунаҡтан һуң ауырып ята. Ҡатынына төрлөсә юхалап та, әйтеп тә ҡарай, уныһы иренең башын төҙәтергә, хәленә инергә уйламай ҙа. Оҙаҡ ҡына диванында аунап ятҡан ир хәйлә ҡорорға була. —Кәләш, кил әле яныма. Бер рюмка араҡыңды йәлләнең, улай булғас мин үләм. Ҡана, ручка, ҡағыҙ алып кил, завещание яҙам.

Бер ир ҡунаҡтан һуң ауырып ята. Ҡатынына төрлөсә юхалап та, әйтеп тә ҡарай, уныһы иренең башын төҙәтергә, хәленә инергә уйламай ҙа. Оҙаҡ ҡына диванында аунап ятҡан ир хәйлә ҡорорға була.
—Кәләш, кил әле яныма. Бер рюмка араҡыңды йәлләнең, улай булғас мин үләм. Ҡана, ручка, ҡағыҙ алып кил, завещание яҙам.
Ҡатыны ла күп уйлап тормай, иренең һораған нәмәләрен алып килергә тип икенсе бүлмәгә инеп китә. Ҡағыҙ, ручка тотоп сығыуына ирҙең ҡулы иҙәнгә һалынып төшкән. Телен саҡ ҡыбырлатып:
—Өлгөрмәнең инде, кәләш,—ти ҙә күҙен йома.
Ирҙең хәйләһе барып сығамы, юҡмы—уныһын белмәйем. Ҡатыны аҙаҡ башын төҙәтәме—быныһы лә миңә ҡараңғы. Тик шуны беләм: хәҙер был ҡатын ғүмер буйы бергә йәшәгән иренә: “Һин үлгәндә…”,—тип һүҙ башлай.
Райхана Булатова.
Баймаҡ районы Билал ауылы.