Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
5 Август 2019, 11:55

КӨРШӘК

ХикәйәтБер аҡыл эйәһе буш көршәк ала ла уны тултырғансы эреле-ваҡлы таштар һала. Үҙенең уҡыусыларына шуны күрһәтеп: “Әйтегеҙ әле, көршәк тулымы”,—тип һорай. Тегеләр ыңғай яуап бирә. Шул саҡ аҡыл эйәһе борсаҡ ала һәм уны көршәккә һала. Улары таштар араһынан үҙҙәренә урын табып ята. Аҡыл эйәһе тағы һорау бирә:—Көршәк тулымы?—Тулы!Аҡыл эйәһе ҡом ала һәм уны ла көршәккә һала. Ҡом таштар, борсаҡтар араһына инеп тула.—Тулымы көршәк?

Хикәйәт
Бер аҡыл эйәһе буш көршәк ала ла уны тултырғансы эреле-ваҡлы таштар һала. Үҙенең уҡыусыларына шуны күрһәтеп: “Әйтегеҙ әле, көршәк тулымы”,—тип һорай. Тегеләр ыңғай яуап бирә. Шул саҡ аҡыл эйәһе борсаҡ ала һәм уны көршәккә һала. Улары таштар араһынан үҙҙәренә урын табып ята. Аҡыл эйәһе тағы һорау бирә:
—Көршәк тулымы?
—Тулы!
Аҡыл эйәһе ҡом ала һәм уны ла көршәккә һала. Ҡом таштар, борсаҡтар араһына инеп тула.
—Тулымы көршәк?
—Эйе, тулы,—тип яуап ҡайтара уҡыусылар.
Шул ваҡыт аҡыл эйәһе һыу ала һәм һуңғы тамсыһына тиклем көршәк эсенә ҡоя. Быны күреп уҡыусылары көлөшә.
—Уҡыусыларым, беҙҙең ғүмер ошо көршәк кеүек. Таштар—ул иң мөһимдәре: ғаиләбеҙ, балалар, һаулыҡ, дуҫтар. Борсаҡ—беҙгә кәрәклеләре, йәғни өй, эш, машина, башҡа ҡиммәтле әйберҙәр. Ә ҡом—тормош ваҡлыҡтары. Әгәр көршәккә иң беренсе ҡом һалһағыҙ, ташҡа ла, борсаҡҡа ла урын ҡалмай. Үҙ ғүмерегеҙҙе буш-юҡҡа әрәм итмәгеҙ, юғиһә иң мөһим һәм кәрәклеләренә ваҡытығыҙ ҡалмаҫ. Ғаиләгеҙгә, туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға иғтибар бүлегеҙ, ә ремонт эшләүгә, өй йыйыштырыуға, магазиндарға йөрөүгә мөмкинлек табылыр.
Аҡыл эйәһе әйтерен әйткәс, сығыу яғына ыңғайлай. Шул мәл бер уҡыусы:
—Ә һыу ни өсөн кәрәк булды?
—Эйе, көршәккә һыу өҫтәнем. Бының менән шуны аңлатырға теләнем: нисек кенә ваҡытығыҙ тығыҙ булһа ла, ял өсөн һәр саҡ ваҡыт табыла.