Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
18 Июль 2019, 13:27

Албаҫты баҫтырған

Бер ир йомош менән Шүлкә ауылына юлланған. Эшен эш иткәс, эңер төшөп килгәндә, кире ҡайтырға сыға.

Бер ир йомош менән Шүлкә ауылына юлланған. Эшен эш иткәс, эңер төшөп килгәндә, кире ҡайтырға сыға. Ҡарағайҙар араһынан үткән юлдан мотоциклда елдерә икән был. Бер мәл артынан кемдер ҡыуа төшкән. Ир ҡурҡышынан тиҙлеген арттырған. Артынан килгән албаҫты ла ҡалышырға уйламай икән: бер өҫкә менә, бер ергә төшә, әммә бер тотам ҡалмай. Мотоциклда барыусы юлсы тамам арыған, шыр тиргә батҡан, әммә тиҙлеген кәметмәгән. Ел етеҙлеге менән үҙ ауылына ҡайтып еткән, үҙ йортоноң ҡапҡаһы янына барып туҡтаған. Артынан ҡалмаған албаҫты ла “лып” ергә ятҡан. Ир артына боролоп ҡараһа: ерҙә фуфайкаһы ята икән. Баҡтиһәң, көн һыуып китә күрһә, тип мотоциклы артына бәйләп һалып алған фуфайкаһын ысҡынып, бауҙың бер осона ғына “тотоноп” артынан баҫтырған да баҫтырған икән. Үәт, албаҫты!