Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
17 Май 2019, 10:30

Ҡарт алаша

Яратмайым мин йәйҙе. Себен, күгәүен. Була торғайны заманаһы, миңә йәйе ни ҙә, ҡышы ни—бер үк шәп тойола торғайны. Ырғаңлап, сабып, донъяның рәхәтен генә күреп йәшәй инем. Яҙын ярышҡа алып китһәләр ҡыуанып, ырғаңлап бара торғайным. Ҡыҙыҡ бит бүтән аттар менән уҙышыуы. Шыпа ла ал бирмәнем. Аҙаҡ өйөр хужаһы булдым, бик оҙаҡ. Ул осорҙа ла бик ауырлыҡтар кисермәнем. Ҡайһы берәүҙәр ғүмере буйы ике таяҡ араһында интегәләр. Шауҙыр-шыуҙыр итеп ҡаты юл буйлап йүгер сәле. Бигерәк тә йәй көнө. Күгәүендәрҙең талауына, баяғы ике таяҡ араһында, нисек түҙмәк?! Әйтеп үткәнемсә, миңә ул михнәт эләкмәне.

Яратмайым мин йәйҙе. Себен, күгәүен. Була торғайны заманаһы, миңә йәйе ни ҙә, ҡышы ни—бер үк шәп тойола торғайны. Ырғаңлап, сабып, донъяның рәхәтен генә күреп йәшәй инем. Яҙын ярышҡа алып китһәләр ҡыуанып, ырғаңлап бара торғайным. Ҡыҙыҡ бит бүтән аттар менән уҙышыуы. Шыпа ла ал бирмәнем.
Аҙаҡ өйөр хужаһы булдым, бик оҙаҡ. Ул осорҙа ла бик ауырлыҡтар кисермәнем. Ҡайһы берәүҙәр ғүмере буйы ике таяҡ араһында интегәләр. Шауҙыр-шыуҙыр итеп ҡаты юл буйлап йүгер сәле. Бигерәк тә йәй көнө. Күгәүендәрҙең талауына, баяғы ике таяҡ араһында, нисек түҙмәк?! Әйтеп үткәнемсә, миңә ул михнәт эләкмәне.
Хәҙер мин үҙемсә. Өйөр, ана, үлән морон төрткән йәшел туғайҙа йөрөй. Ә мин, таш араһына ҡыҫылып үҫеп сыҡҡан кәкре ағас аҫтында торам. Хужамды көтәм. Ул килһә, миңә бер үс тәмлекәс бирә. Арыу уҡ ваҡыт үтте уның еҫен һиҙгәнгә, ә ул һаман күренмәй. Элек ул да шәп атлай ине, хәҙер аҙымдары һиҙлеп ҡыҫҡарҙы, ҡара курткаһын йәй буйы сисмәй тиерлек. Шулай ҙа, хәҙер, ашарға күберәк килтерә.
Ана, бер алйот ҡолон өйөрҙе ташлап, ҡойроҡ сәнсеп был яҡҡа табан саба. Икенсеһе рәхәтләнеп, ирәүәнләп ятып алған да уны күҙәтә. Була торғайны минен дә шәп саҡ: кәрәк булһа йән фарман сабаһың, теләһәң ятып аунайһың. Мин, былтыр яҙ, ҡояш йылытып, ер ҡарҙан әрселгәс, ҡулайлы урын табып, ятып алырға булдым. Ятыуым булды, күҙҙәрем үҙҙәренән-үҙҙәре йомолоп, йоҡлап киткәнмен. Уянһам—ҡояш байыған. Тороп китәйем тиһәм, аяҡты йыйып ала алмайым. Бик оҙаҡ булыштым. Үҙемә шунда һүҙ бирҙем: инде аяғыма баҫһам, бүтән ятмаҫҡа, тип. Ҡараңғы төшкәс кенә нисектер уңайын тап килтереп тороп китә алдым. Бер аҙ асыҡтырған да ине. Шунан һуң ятҡаным юҡ. Ятып аунағы килеп китә лә ул, теге саҡтағылай тора алмауҙан ҡурҡам. Йәш саҡта аптырай торғайным, өлкәндәр ни өсөн тороп йоҡлайҙар икән тип. Бына хәҙер беләм инде. Бирешмә-йем, ошо кәкре ағасҡа йәки ташҡа арҡаны ышҡып алһам, иҫке йөндә, баҡтала бөжәктәр ҙә бөтөп ҡала.
Ә теге ҡолон яртылыҡҡа килеп етер-етмәҫтән кире сапты. Улайтып, саң туҙҙырып йөрөгәнсе, ашаһа ине, тиҙерәк ҙура-йыр ине. Теге, икенсеһен тапалай яҙҙы, ҡалай килбәтһеҙ ҡылана.
Хужа күренде. Элек, ул һыҙғыра-һыҙғыра килә торғайны, хәҙер ҡулына таяҡ тотоп алған да, шуны ергә төртә-төртә атлай, ҡаршыһына барайыммы икән? Юҡ, бармайым. Барыбер эргәмә килеп етәсәк, тәмлекәсен миңә бирәсәк. Оҙаҡ ултырып туғай буйын күҙәтәсәк. Ятып та алыр әле. Ә миңә ярамай, һуңғы тапҡыр ҡасан яттым әле? Һуңғы осор йүгереп йөрөгәнемде лә хәтерләмәйем. Атлағанда ла әле аяҡтың быуындары сәнскеләп ҡуя.
Шулай ҙа минең тормош шәп булды. Күптәргә тәтемәне өйөр башы булыу. Күп ҡарҙар алмашынғансы алдан юл ярып тауҙан-тауға, үләнле тибенгә бүтәндәрҙе эйәртеп йөрөнөм. Ҡайһылар өйөрһөҙ, янғыҙаҡ булып та йәшәй бит әле.
Теләк булһа ла ятмайым. Тормош шулайҙыр инде: ятһам тора алмаҫмын, туҡтаһам ҡуҙғала алмаҫмын тигәндәй.
Теге яҡта буй-һыны миңә оҡшаған ҡолон әсәһен имә. Уның кинәнеп имеүен күҙәтеп минең дә тамағым туйғандай итте. Ҡолондарҙың осоноп сабыуын, йылы һаумал һурып ғәмһеҙ йәшәүен күҙәтһәм йәнемә дәрт ҡунғандай итә, быуындар дерелдәүе онотола бер аҙға. Тормош барыбер матур.
Рәмил Ҡужабәков.