АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
23 Ғинуар 2019, 13:00

Ҡоштар—ҡанатлы дуҫтар

Ергә ап-аҡ юрған япҡан ҡышты көтөп алабыҙ. Рәхәтләнеп һырғалаҡ шыуабыҙ, конькиҙа, саңғыла уҙышабыҙ. Уйнап туйһаҡ, йә өшөһәк, өйгә йүгереп инәбеҙ, йылынабыҙ, тәмлекәстәр менән сәй эсәбеҙ.

Ергә ап-аҡ юрған япҡан ҡышты көтөп алабыҙ. Рәхәтләнеп һырғалаҡ шыуабыҙ, конькиҙа, саңғыла уҙышабыҙ. Уйнап туйһаҡ, йә өшөһәк, өйгә йүгереп инәбеҙ, йылынабыҙ, тәмлекәстәр менән сәй эсәбеҙ.
Беҙгә, кешеләргә, йылдың ҡыйһы миҙгелендә лә рәхәт тә ул, ҡанатлы дуҫтарыбыҙ—ҡоштарға ғына ҡыш аҙыҡ табыуы ҡыйын. Шуны иҫтә тотоп, каникулымдың бер көнөн әсәйем менән тағараҡтар эшләүгә бағышланыҡ. Ҡумталарҙы ҡырҡып, биҙәп тағараҡ булдырҙыҡ һәм ағасҡа элдек. Уға ем, икмәк валсыҡтары һалдыҡ. Арҡайым ҡасабаһында ҡоштар бик күп. Ҡыҙылтүш һәм башҡа турғайҙар шундуҡ тағараҡҡа ҡунаҡланы. Унан инде, беҙгә рәхмәт әйткәндәй, сыр-сыу килеп осоп киттеләр.
Тағараҡтарға көн дә ем һалабыҙ, ҡоштарға ҡышҡы селләне имен сығырға ярҙам итәбеҙ.
Уҡыу башланғас класташтарымды ла изге эшкә ҡушылырға саҡырҙым.
Ильяс Кейекбаев,
Арҡайым мәктәбе уҡыусыһы.