Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
18 Декабрь 2018, 09:25

«Яңы йыл итеге»

Тиҙҙән барыбыҙ ҙа көтөп алған Яңы йыл байрамы етә. Хужабикәләр ғаиләһен тәмле-тәмле ризыҡтар менән һыйларға тырышыр, ғәҙәти булмаған тәмлекәстәр бешерер. Беҙ һеҙгә түбәндәге салатты тәҡдим итәбеҙ. Уны Ҡыш бабайҙың итеге формаһында эшләргә мөмкин.Салат өсөн кәрәк: 200 грамм тауыҡ ите, 100 грамм сыр, 2 йомортҡа, гранат, ярты баш ҡыҙыл һуған, майонез, 1 сәй ҡалағы шәкәр, тоҙ, ҡара борос.

Тиҙҙән барыбыҙ ҙа көтөп алған Яңы йыл байрамы етә. Хужабикәләр ғаиләһен тәмле-тәмле ризыҡтар менән һыйларға тырышыр, ғәҙәти булмаған тәмлекәстәр бешерер. Беҙ һеҙгә түбәндәге салатты тәҡдим итәбеҙ. Уны Ҡыш бабайҙың итеге формаһында эшләргә мөмкин.
Салат өсөн кәрәк: 200 грамм тауыҡ ите, 100 грамм сыр, 2 йомортҡа, гранат, ярты баш ҡыҙыл һуған, майонез, 1 сәй ҡалағы шәкәр, тоҙ, ҡара борос.
Тауыҡ итен бешереп алығыҙ. Ҡыҙыл һуғанды ваҡ ҡына итеп турап, шәкәр һәм борос ҡушып, өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп 10 минутҡа ситкә ҡуйып тороғоҙ. Был арала сырҙы ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Бешкән йомортҡаларҙы ҡырғыс аша үткәрегеҙ. Тик берәүһенең ағын айырып алып ҡалығыҙ.
Бешеп һыуынған тауыҡ итен ваҡлап турағыҙ. Һуғандың һыуын түгегеҙ ҙә, уға ваҡланған йомортҡаны, сырҙы ҡушығыҙ. Итек форомаһында тәүҙә тауыҡ итен, унан йомортҡа, һуған һәм сыр ҡатнашмаһын һалығыҙ. Тәүге ҡат менән икенсе ҡат араһында бер аҙ майонез булырға тейеш. Өҫтөнә тағы майонез яҡҡас, гранат емештәре теҙеп һалығыҙ. Итектең табандары ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән сыр булырға тейеш. Өҫтән иһә бер буй итеп ҡырғыстан үткәрелгән йомортҡа ағын ебәрергә була.
Ашығыҙ—тәмле, байрам мөбәрәк булһын!