Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
16 Март 2018, 12:06

КАРТУФ ШЫТТЫРЫУ

Картуф—беҙ йыл әйләнәһенә ҡулланған иң кәрәкле йәшелсәләребеҙҙең береһе. Күптәребеҙ уны ашамайынса бер көн дә түҙә алмай. Шуға ла картуф ултыртыу күптән баҡсасыларҙың яҙғы иң мөһим эштәренең береһенә әйләнгән. Тәжрибәле баҡсасылар климат һәм тупраҡ шарттарына яраҡлы сорттар һайлап алыу, орлоҡто шыттырып ултыртыу, ерҙе ашлауға ҙур әһәмиәт бүлә. Ләкин күбебеҙ май урталарында ерҙе унан-бынан ҡаҙып шытмаған орлоҡтарҙы күмә лә эш бөттө тип уйлай. Йәй буйына бер утап күмһә—күмә, күммәһә юҡ.

Ә хәҙер һанап ҡарайыҡ. Шытмаған орлоҡ ер аҫтында шыта алмай 20-30 көн ята. Майҙың 20-ләрендә сәстек икән ти. Тимәк, ул июндең 15-тәренә генә шытып сыға. Ә бит беҙҙә августың 15-тәрендә картуф һәм помидор үҫентеләренә зыян килтерә торған һалҡындар төшә башлай. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: көндәр эҫе торһа ла уларҙың япраҡтары ҡапыл һарғая, шунан кибә башлай. Тимәк, картуф ни бары 60 көн генә үҫеп ҡала. Күренеүенсә, ул етлегеү түгел, ҡабығы ла нығырға, крахмал тупларға ла өлгөрә алмай. Ундайҙың тәме лә булмай, ҡыш һаҡлағанда ла тиҙ боҙола. Ҡабығы нығымаған йәш картуф төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешә. Бына шуға ла ата-бабалар уны элек-электән шыттырып ҡына ултыртҡан.
Картуфты ергә ултыртҡанға тиклем шыттырыуҙың бер нисә ысулы бар.
Беренсе ысул: картуф ултыртҡанға тиклем 25-30 көн ҡалғас, орлоҡто тәҙрә төбөнә, иҙәнгә, кәштәләргә тараталар. Бер квадрат метрға 30-40 килограмм орлоҡ таратырға мөмкин. Мин үҙем пластмасса йәшниктәргә һалып балконда тотам. Картуф орлоғона шытыу өсөн 12-15 градус йылылыҡ етә. Бүлмәлә яҡтылыҡ етмәһә шытымдар аҡ һәм оҙон була. Ә кире осраҡта шытымдар йыуан, көслө һәм, сортына ҡарап, йәшел, зәңгәр йә ҡыҙыл була. Оҙонлоғо 5-6 миллиметр икән—иң шәбе.
Икенсе ысул: картуф орлоғон еүеш ысул менән шыттырыу. Был алым менән шыттырғанда, шытымдар ғына түгел, тамыр системаһы ла барлыҡҡа килә. Йәшник төбөнә дымлы торф йәки бысҡы вағы һалыу етә. Орлоҡ шуның өҫтөнә таратыла. Шул тәртиптә картуфты бер нисә ҡат итеп һалып була.
Дымлы ысул менән шыттырыуҙы ултыртыуға 15-20 көн ҡалғас башларға кәрәк. Ҡатнаш ысул да ҡулланырға мөмкин: орлоҡто 15 көн яҡтыла, 8-9 көн дымлы бысҡы вағында тоторға мөмкин.
Фәрит Әхмәров.
Читайте нас: