АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
9 Ғинуар 2018, 11:48

АУЫЛ МӘҘӘКТӘРЕ

Эт егеп, ҡар борҡотоп...Илфат ҡустым ғаиләлә төпсөк малай, кинйәкәү. Үҙе иркә, шаян, тиктормаҫ малай булып үҫте. Һәр саҡ ниндәйҙер ҡыҙыҡ табып бөтәһен хайран итер ине.Бер йылы, тышта әсе буран булыу сәбәпле, әсәй уны үҙе менән бергә ҡунаҡҡа алмаған. Ул мәлдә Илфатҡа 3 кенә йәш булған. Артынан юллап, әллә нисә саҡрым юл үтеп, күрше ауылға өләсәйҙәргә барған. Йомортҡа һалдырам тип тауыҡты ояларына бәйләп һалған саҡтары ла булды. Яҙа китһәң, ҡыҙыҡтары бик күп. 2018 йыл—Эт йылы булғас, уға бәйлеһен яҙайым.Ҡустым нисектер, ат еккәндәй, оҫта итеп этте егеп йөрөтөүгә өйрәтеп алды. Санаға баҫып тора ла, ҡар борҡотоп елеп сығып китә торғайны. Кәрәк булһа феләк менән һыуға ла барып килә. Бер заман саңғыларын сынъяһау ағас санаға алмаштырып алып ҡайтты. Инде матур итеп ҡулдан эшләнгән кашауай сана ине ул. Махмайҙы шуға егеп йөрөй башланы. Урам буйлап елдереп сығып китһә, бөтәһе лә хайран ҡалып, йә көлөп тороп ҡала. Хатта күрше ауылға бер ҡыҙыҡайға ла барып килә икән, шилма малай. Ул ваҡытта башланғыс класта ғына уҡый ине бит әле. Буйға ла йәтеш кенә. Күҙ алдына килтерһәң, әкәмәт инде. Илфаттың эт егеп йөрөүҙәрен әле лә онотмайҙар. «Теге ҡустығыҙ ҡайҙа әле ул, үҫтеме»,—тип һорап ҡуялар. Үҫте инде, тиҙҙән утыҙы тула.

Эт егеп, ҡар борҡотоп...
Илфат ҡустым ғаиләлә төпсөк малай, кинйәкәү. Үҙе иркә, шаян, тиктормаҫ малай булып үҫте. Һәр саҡ ниндәйҙер ҡыҙыҡ табып бөтәһен хайран итер ине.
Бер йылы, тышта әсе буран булыу сәбәпле, әсәй уны үҙе менән бергә ҡунаҡҡа алмаған. Ул мәлдә Илфатҡа 3 кенә йәш булған. Артынан юллап, әллә нисә саҡрым юл үтеп, күрше ауылға өләсәйҙәргә барған. Йомортҡа һалдырам тип тауыҡты ояларына бәйләп һалған саҡтары ла булды. Яҙа китһәң, ҡыҙыҡтары бик күп. 2018 йыл—Эт йылы булғас, уға бәйлеһен яҙайым.
Ҡустым нисектер, ат еккәндәй, оҫта итеп этте егеп йөрөтөүгә өйрәтеп алды. Санаға баҫып тора ла, ҡар борҡотоп елеп сығып китә торғайны. Кәрәк булһа феләк менән һыуға ла барып килә. Бер заман саңғыларын сынъяһау ағас санаға алмаштырып алып ҡайтты. Инде матур итеп ҡулдан эшләнгән кашауай сана ине ул. Махмайҙы шуға егеп йөрөй башланы. Урам буйлап елдереп сығып китһә, бөтәһе лә хайран ҡалып, йә көлөп тороп ҡала. Хатта күрше ауылға бер ҡыҙыҡайға ла барып килә икән, шилма малай. Ул ваҡытта башланғыс класта ғына уҡый ине бит әле. Буйға ла йәтеш кенә. Күҙ алдына килтерһәң, әкәмәт инде.
Илфаттың эт егеп йөрөүҙәрен әле лә онотмайҙар. «Теге ҡустығыҙ ҡайҙа әле ул, үҫтеме»,—тип һорап ҡуялар. Үҫте инде, тиҙҙән утыҙы тула.
Раушания Хәзиева.
Сибай ҡалаһы.
Тоғро Банзай
Был хәл бынан 12 йыл элек нәҡ эт йылында булды. Банзай исемле тоғро дуҫыбыҙ булды. Нәҫеле бик үк затлы булмаһа ла, аҡыллы йорт хайуаны ине. Урамға ҡош-ҡорт инһә, малай-шалайға—бер, күрше инәйгә икенсе төрлө өрҙө. Ә тәү күргән кешеһенә бөтөнләй ят тауыш менән һауланы. Шул тиклем шәп эт ине. Беҙ уны көндөҙ бәйле тоттоҡ, ә төнгөлөккә ысҡындыра инек.
Эт йылының тәүге көндәрендә Банзайыбыҙ юҡ булды. Бер аҙна үтте, ике...Ояһына ҡарайбыҙ ҙа эсебеҙ боша. Күмәкләп ҡайғырҙыҡ. Әллә алып киттеләр, әллә ағыу-фәлән ашаны. Табылыуына өмөт ҡалмағас, таныштарыбыҙҙан яңы көсөк эҙләй башланыҡ. Тик юғалыуына бер ай тигәндә Банзай ҡайтып инде. Шул мәл зиннәтле шуба кейгән әсәйем эштән ҡайтып килгән. Эт уның ҡаршыһына йүгергән. Хужабикәһенең ҡосағына ташланып, ике алғы тәпәйе менән уны һыға ҡосаҡлай. Эттең күҙенән сөбөрләп йәш түгелә икән, үҙе шыңшый. Әсәйем эттең тырнағына шубаһы йыртылып китеүенә һис бошонмай, этте ҡосаҡлап, һыйпай, иркәләтә.
Банзайыбыҙ шул тиклем йонсоп, ябығып киткән ине. Әллә бер ҡайҙа бикле торғанмы икән?! Шулай ҙа беҙ уның тере булыуына, ҡайтыуына ныҡ шатландыҡ. Ул ҡартайғансы беҙгә тоғро хеҙмәт итте.
Х.Сафина.
Сибай ҡалаһы.
Этен йоҙаҡлап киткән
Бер мәл әсәйҙәр ҡунаҡ йыйҙы. Араларынан Әхмәр исемле ағай аш ашағандан һуң, ипләп кенә, атайға күренмәҫкә тырышып, ҡасып сығып бара. Атайҙың уҫаллығын белә: аштан һуң ҡайтармауы мөмкин бит!
Әсәйем Әхмәр ағайға һуғым һуйышҡан өсөн рәхмәт әйтеп оҙатып тора. Эх, ҡасып өлгөрмәне... Залдан атай килеп сыҡты:
—Һай, ҡайҙа бараһың?
—Уй, ағай, ҡайтыр кәрәк. Бер башмаҡты сдавать итәм тигәйнем, хәҙер мал алыусылар килә.
—Килһә ни, сәй эскәс ҡайтырһың!
—Юҡ, рәхмәт, итак оҙаҡлап киттем.
—Нимә,—атайҙың күҙе дүрт булды.—Ул нишләп этеңде йоҙаҡлап китәһең ул?
—Ниндәй эт?—хәҙер Әхмәр ағайҙың күҙе дүрт булды.
—Һуң, этте йоҙаҡлап киттем тиһең дә баһа.
—Юююҡҡҡ, улай тимәнем.
Икеһенең һөйләшкәненә ҡарап, мин рәхәтләнеп көлә башланым. Нимәгә көлгәнде аңланығыҙмы? Аңламаһағыҙ «итак оҙаҡлап киттем» тигәнде олораҡ, һаңғырауыраҡ кешегә әйтеп ҡарағыҙ.
Ҡарағолаҡ һәм ҡарт
Әсәйем оҙаҡ йылдар почтальонка булып эшләне. Ул гәзит-журналдар ғына түгел, пенсия-пособиеларҙы ла тарата ине. Урам буйлап өй беренсә таратыуын көтөргә түҙемлектәре етмәгәндәр үҙҙәре беҙгә килә ине. Бер мәл бәләкәй генә буйлы, лупа-күҙлек кейгән бабай пенсияһын алырға килде. Мин ул саҡта урамда уйнап йөрөй инем. Ҡарағолаҡ исемле ҙур кәүҙәле этебеҙ бәйенән ысҡынған булыуын аңғартып өлгөрмәнем. Эт сабып барып ике аяғына баҫты ла, алғы ике тәпәйе менән ҡартты ҡосаҡланы. Кешеләй баҫҡан Ҡарағолаҡ бабайҙан бер-ике башҡа оҙон булып ырылдап тора. Ҡарт иһә лупалы күҙлеге менән эткә ҡарап ҡатҡан да ҡуйған. Шулай һынағастай тик тороуы уны ҡотҡарғандыр. Сәбәләнһә, биллаһи, эттән тешләнер ине. Ҡарағолаҡты саҡ алып киттем. Ә бабай бик оҙаҡ өнһөҙ торҙо әле. Ул саҡта көлкө килмәһә лә, хәҙер эт менән бәләкәй генә бабайҙың ҡосаҡлашып торғанын күҙ алдына килтерһәм, бик ҡыҙыҡ тойола.
Р.Вәлиева.