Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
29 Декабрь 2017, 11:39

Теле лә теле!

Ура, шапалай киләҠыҙыма 1 йәш тә 9-10 ай самаһы ине. Ул саҡта ул Ҡыш бабайҙы Шапалай тип әйтә торғайны. Ҡыш бабайҙан үҙ ҡулдары менән алған бүләк, тәүге осрашыу унда ҙур ғына тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шуға ла теленән Шапалай һүҙе төшмәне. Бер төн йоҡламай аптыратҡас, «Шым, бабай килә»—тип ҡурҡы-тырға уйлағайным, килеп сыҡманы. Бабай һүҙен ишетеү менән «Уррра, шапалай килә»—тип шатлана башлана.

Ура, шапалай килә
Ҡыҙыма 1 йәш тә 9-10 ай самаһы ине. Ул саҡта ул Ҡыш бабайҙы Шапалай тип әйтә торғайны. Ҡыш бабайҙан үҙ ҡулдары менән алған бүләк, тәүге осрашыу унда ҙур ғына тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шуға ла теленән Шапалай һүҙе төшмәне. Бер төн йоҡламай аптыратҡас, «Шым, бабай килә»—тип ҡурҡы-тырға уйлағайным, килеп сыҡманы. Бабай һүҙен ишетеү менән «Уррра, шапалай килә»—тип шатлана башлана.
Кеше һымаҡ һөйләшә
Ҡыҙым үҫеп балалар баҡсаһына йөрөй башлаған мәле. Унда ла Яңы йыл байрамы иртәлеге үтте. Үҙебеҙҙең эштә лә кескәйҙәргә Ҡыш бабай саҡыртып байрам ойошторҙоҡ. Бүләктәр алып ҡыуанып ҡайтһа ла нимәгәлер ҡыҙым ҡәнәғәт түгел ине.
—Садикта Ҡыш бабай булманы,—тине ул.
—Нисек? Булды бит.
—Юҡ, ул Эльвира апай ине,—тине ҡыҙым.
Тимәк, Ҡыш бабай булып кейенгән тәрбиәсеһен таныған.
—Ә беҙҙең эштә ысын Ҡыш бабай булды, эйеме?
—Юҡ, һеҙҙеке лә кеше һымаҡ һөйләшә,—тимәһенме!
Резеда Вәлиева.