АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
27 Октябрь 2017, 10:50

ЯЛ МИНУТТАРЫ

Яҙғанда бер төрлө, уҡығанда—икенсеМәҙинә ҡыҙыма 6 йәш. Мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Ҡәҙимге хәрефтәр белә, компьютерҙа үҙенә кәрәкле уйындарҙы, йәнһүрәттәрҙе сығарып ҡарарға эшкинә. Кис балалар баҡсаһынан ҡайтҡас, яҙырға өйрәнәбеҙ. —Ҡыҙым, яҙ, м,а,м,а—тием. Ул яҙа, ысынлап та, нисек ишетә, шулай яҙған. —Ә хәҙер яҙғаныңды уҡы,—тием.—Корова,—ти быным ҡысҡырып тороп.Хәрефтәреңде яңынан ҡара ла әйт тиһәм, үҙе: м, а, м, а,—ти. Эргәлә ултырған атаһы рәхәтләнеп көлдө лә: «Шулай оҫта уҡый шул минең ҡыҙым»,—тип уны хупланы.

Яҙғанда бер төрлө, уҡығанда—икенсе
Мәҙинә ҡыҙыма 6 йәш. Мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Ҡәҙимге хәрефтәр белә, компьютерҙа үҙенә кәрәкле уйындарҙы, йәнһүрәттәрҙе сығарып ҡарарға эшкинә. Кис балалар баҡсаһынан ҡайтҡас, яҙырға өйрәнәбеҙ.
—Ҡыҙым, яҙ, м,а,м,а—тием. Ул яҙа, ысынлап та, нисек ишетә, шулай яҙған.
—Ә хәҙер яҙғаныңды уҡы,—тием.
—Корова,—ти быным ҡысҡырып тороп.
Хәрефтәреңде яңынан ҡара ла әйт тиһәм, үҙе: м, а, м, а,—ти. Эргәлә ултырған атаһы рәхәтләнеп көлдө лә: «Шулай оҫта уҡый шул минең ҡыҙым»,—тип уны хупланы.
Ҡайҙа барам әле?
Бергә эшләгән хеҙмәткәрҙең улы быйыл уҡырға барҙы. Сентябрь буйы уны мәктәпкә тиклем үҙе оҙатты. Артабан бер үҙең йөрөһәң дә була, инде ҙур үҫтең, тип бер көн иртәнсәк мәктәпкә сығарып ебәргән дә, уны балкондан күҙәтеп тора икән. Улы подъезд ишегенән сыҡҡан да тирә-яғына ҡарап тик тора ти. Уның албырғап ҡалыуын күргән әсәһе өҫтән:
—Улым, бар атла, нишләп ҡатып ҡалдың?—тип һораған.
Уныһы:
—Әсәй, мин ҡайҙа барырға тейешмен әле?—ти икән.
Бына, һиңә, мә! Быға тиклем бер ай ул ҡайҙа йөрөүен иҫләп ҡалмағанмы, әллә шулай ныҡ әсәһенә һалынғанмы? Малайҙар бит буласаҡ ғаилә башлығы, уларҙы артыҡ әпәүләргә ярамай.
Ҙурайырға хәҙер ашыҡмай
Рәсүл улым 1-се класҡа уҡырға барғас мәктәптә 11 йыл уҡыясағын белеп ныҡ көйөндө.
—Уҡый беләм, яҙырға өйрәндем. Унда мин 11 йыл буйы нишләп ваҡыт үткәреп йөрөргә тейеш әле. Тура институтҡа уҡырға барайым да ҡуяйым. Тиҙерәк аҡса эшләй башларға кәрәк,— тип үрһәләнде.
—Эшләргә аҡылың да, белемең дә етерлек түгел, буйың да бәләкәй,— тип юғары уҡыу йортона уҡырға барыу, эшләү теләгенән саҡ төңөлдөрҙөм. Әле ул 9-сы класта уҡый. Атай-әсәйҙең ҡанаты аҫтында йәшәү шул тиклем рәхәт булыуын яҡшы аңлай ул хәҙер. Оло тормоштоң мең михнәттәрҙән торғанын белгәс, ҙурайырға бер ҙә ашыҡмай.