Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
18 Август 2017, 14:07

«БАЛЫҠСЫ» БЕСӘЙ

Минең элек Васька исемле бесәйем булды. Яҙ етеп, көндәр йылынһа, мурҙа һалып балыҡ тота торғайныҡ. Был эш элек тыйылманы, рөхсәт ителгән ине. Тәүҙә атайым балыҡ тотто, аҙаҡ уның шөғөлө миңә күсте. Ауылдың көньяғында, Йылайыр йылғаһында Кәзә ташы тигән ер бар. Мурҙаны шунда һалам. Аҫта 30 метр бейеклектәге ҡая, ҡаяға үрмәләүселәргә скалолаздар шикелле, таштарға тотоноп менеү, төшөү өсөн таһыллыҡ та, ҡыйыулыҡ та кәрәк. Саҡ ҡына яңылышһаң, аҫҡа осоп төшөүеңде көт тә тор. 50-60 йыл буйына атайым, унан мин ошолай менеп-төшөп мурҙа һала торғас, таштарҙы еңә барып, менергә ярайһы ғына уңайлы тупһа барлыҡҡа килде. Өйгә балыҡ алып ҡайтһам, Васька мине көтөп ултыра. Уны туйғансы ваҡ балыҡ менән һыйлайым. Бер көн Васьканы «үҙең эшләп аша», тип ҡуйыныма тыҡтым да балыҡҡа алып киттем. Мурҙаның егенән төшкән ваҡ балыҡты ашап төшөнгәс, хәҙер һәр көн миңә эйәреп бара, эйәреп ҡайта. Ҡайһы бер саҡ нығыраҡ ашап ташлаһа, ҡайтырға йыбанып ҡаянан 2-3 метр күтәрелә лә, уңай ғына йоҡлап ятып ҡала. Шулай бер көн иртәнсәк барһам, теге мыяулап ҡаршыланы. Ҡарайым: ҡаянан күтәрелгән ерҙә ҡан таптары ҡалған. Ни хикмәт, төндә нимәлер булған бит. Васька һөйләр ине—теле юҡ. Аптыраңҡыраным да ҡайтып киттем.

Беҙҙең Мәҡсүттә ир-ат иртәнсәк, эшкә китер алдынан бергә йыйылып, тәмәке көйрәтеп гәп һатыр, ауыл яңылыҡтары менән алмашыныр ине. Был көндә лә ир-ат йыйылды. Бер ауылдашымдың ике ҡулы ла бинт менән уралған. Ни булыуын һорашҡайныҡ, ауыҙ эсенән нимәлер мығырҙап ҡына ҡуйҙы. Шул саҡ Кәзә ташындағы ҡан таптары хәтергә төштө. Аҙаҡ шул билгеле булды: ауылдашым ҡыҙмаса булып алғас, төндә минең мурҙаны ҡарарға булған. Мурҙанан балыҡ алып, ҡаянан бер-ике метр күтәрелеп тә өлгөрмәгән, балыҡ еҫен һиҙеп, минең Васька балыҡ һорап быға ташланған. Ул бында минең бесәйем барлығын белмәгән. Етмәһә төндә бесәйҙең күҙҙәре һазлап ут шикелле янып тора бит инде. Мыяулап-мырылдап төн уртаһында ҡаяла бер йәнлек ташланғас, ауылдашым ҡурҡышынан ҡулы тайып китә һәм ул ҡаянан түбәнгә шыуып төшөп, ике ҡулын, беләген һыҙырған икән. Ныҡ ҡурҡытҡан ауылдашымды Васька.
Әбделәхәт Бикбулатов,
Түбә ҡасабаһы.
Читайте нас: