Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
30 Июнь 2017, 10:37

Ауылым мәҙәктәре

Күҙеңде йом, әбей!..Беҙҙә һуғыш ветераны йәшәне. Fүмере буйы күрше ятҡан Васильевка ауылынан ат менән почта ташыны, шунан пенсияға сыҡты. Йыуаш, әҙәпле, йомшаҡ һүҙле ине ул. Эргә-тирәһендәгеләргә ҡатырғанып, төрпө өндәшеүен хәтерләмәйем. Бер заман ҡарсығы бының теңкәһенә тейә башлай, сабырлығын юйҙыра, түҙемен өҙә. Бабай, яһилланып әбейен ҡаты ғына итеп бәргесләп алырға хәл итеп әҙерләнеп бөткәс, тегеһен етәкләп өйгә индерә лә мөйөшкә ҡыҫырыҡлап дебет шәл менән елпетә башлай, үҙе ыңғайы бер хәстәрлекле һамаҡлай икән: «Хәҙисә, мин һуҡҡанда абайла, шәлдең сәсәге күҙеңә тейеп ҡуймаһын!.. »

Күҙеңде йом, әбей!..
Беҙҙә һуғыш ветераны йәшәне. Fүмере буйы күрше ятҡан Васильевка ауылынан ат менән почта ташыны, шунан пенсияға сыҡты. Йыуаш, әҙәпле, йомшаҡ һүҙле ине ул. Эргә-тирәһендәгеләргә ҡатырғанып, төрпө өндәшеүен хәтерләмәйем. Бер заман ҡарсығы бының теңкәһенә тейә башлай, сабырлығын юйҙыра, түҙемен өҙә. Бабай, яһилланып әбейен ҡаты ғына итеп бәргесләп алырға хәл итеп әҙерләнеп бөткәс, тегеһен етәкләп өйгә индерә лә мөйөшкә ҡыҫырыҡлап дебет шәл менән елпетә башлай, үҙе ыңғайы бер хәстәрлекле һамаҡлай икән: «Хәҙисә, мин һуҡҡанда абайла, шәлдең сәсәге күҙеңә тейеп ҡуймаһын!.. »
Арыһаң—ҡал да ҡуй
Ауылыбыҙҙан ете-һигеҙ саҡрым ерҙә Бараҡал йылғаһының буйында «Анносҡан» ҡаяһы бар. Атаманың килеп сығыуы үҙе бер тарих, уға туҡталып тормайым, һүҙем икенсе нәмә хаҡында. Шул ҡаяның эргә-һендәге туғайлыҡты бейек-бейек тауҙарға һылашҡан әҙәм үтмәҫлек шырлыҡ урат-ҡан. Fәйфулла ағайҙың сабынлығы шунда. Ара йыраҡ булғас бесән осоро етһә ҡыуыш ҡороп, ҡатыны менән ҡуна ятып эшләйҙәр.
Бер көн арбаға йәшел бесән тултырып, атты шунда бәйләп үҙҙәре ҡыуышҡа инеп маҙырап йоҡлап яталар ти былар. Таң алдынан йылға буйында айыу үкергән тауыш ишетелә. Ат үрәпсеп ушҡырып ебәрә. Fәйфулла ағай ырғып тороп атына атланып сабып китә. Хәтәр мәлдә бисә ҡайғыһымы?! Ә тегеһе теҙгенгә йәбешеп йәнә-шәһенән етеҙ юрғалай, айыуҙан һуғылырға бер ҙә генә лә самаһы юҡ. Ир ғәзизен йәлләгәндер күрәһең, уны ҡайғыртып, эйелә биреп былай тип әйтә ти: «Файза, хәлдән тайҙың бит инде, улайтып күпме барырға мөмкин, арыһаң—ҡал да ҡуй!»
Мотоциклымды аттым!
Ул саҡта ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе вазифаһында эшләп йөрөгән мәл. Эшкә барышлай күрәм, Ишҡәле өс көн буйы «Урал»мотоциклын ремонтлап аҙапланды, шунан тағы ике көн тоҡандыра алмай этләнде. Төшкө аштан һуң ағайҙың өйө тапҡырынан үтешләй мылтыҡтан ат-ҡан тауыш ишеттем. Бер аҙҙан ҡапҡа ауыҙында хужа үҙе күренде. Ул талсыҡҡан кешеләй баҡса ултырғысына барып аушайҙы, тәмәке тоҡандырҙы. Янына барып сүктем, хәлен белергә итеп һораным:
—Мотоциклың, ниһайәт, ут алдымы?
Ишҡәле тәмәкеһен быҫҡытып вайым-һыҙ ҡул һелтәне:
—Мотоцикл тигән нимә юҡ инде, ҡустым, ул үлде…
—Нисек?
—Мин уны аттым!
Һиңә мин атманым
Был лаҡапты һунарсы дуҫым һөйләне, әллә ысын, әллә буш.
Иртә таң менән Ураҙғол буйына ҡор ауларға киттек тә кистән үк барып хәстәрләп ҡуйған ҡыуышҡа инеп боҫтоҡ. Мин баҫыуҙың был башында, Рәшит—ҡаршы яҡта. Игене һуғылһа ла ҡамылды әлегә һөрмәгәндәр, шуға ҡояш сығыр-сыҡмаҫтан ем сүпләргә бында ҡорҙар йы-йыласаҡ. Ята торғас абайлап ҡалдым: Рәшиткә арт яҡтан айыу яҡынлап килә. Ә юлдашым бер ни һиҙмәй. Ни эшләргә? Бәлә яҡынлауын ҡайһылайтып иҫкәртергә? Ни булһа ла булыр тип, ҡорға яһаған яһауымды айыуға тоҫҡап атып ебәрҙем. Ҡото алынған януар ҡыуышты емереп барып ауҙы. Үлемесле фажиғә янағанын һиҙеп өлгөргән Рәшит тә тороп йүгерә башланы, ә айыу бының артынан саба. Шартлауҙы ишеткән айыу һыпыртып ҡаса бит инде, ә Рәшит ул мине баҫтырып килә тип уйлай шикелле. Әҙерәктән хәле бөткән ҡотһоҙ һунарсы ҡайырылып инәлеүле ҡысҡырып ебәрҙе:
—Нишләп баҫтыраһың, һиңә мин атманым да инде!
Барына етешеп ултырығыҙ!
Йәндәй яҡын дуҫтың тыуған көнөн үткәрҙек. Күлдәк еңдәрен төрөп, аяғөҫтө баҫып һыйлай был. Ихласлыҡҡа ирәмһеп беҙ ҙә оҙағыраҡ ултырып ташлағанбыҙ. Эңерҙән таң атҡанға ҡәҙәр. Дуҫым беҙҙе оҙатҡас, мәктәпкә киткән, беренсе дәресенә ингән.
Билдәле өйгә эште тикшерерлек, яңы теманы аңлатырлыҡ хәле лә, рәте лә юҡ. Уҡыусыларға үҙ аллы эш биргән дә ултырған ерендә төнәп киткән категориялы уҡытыусы, үҙе йоҡо аралаш ҡоласын йәйеп-йәйеп ебәрә ти:
—Ағай-эне, әйҙәгеҙ, барына етешеп ултырығыҙ, хәҙер бисәкәй ҡоротлап һурпа килтерер!
Тешкә йәбешә лә ҡуя
Амбулаторияла фельдшер булып эшләп йөрөйөм. Өлкән йәштәге Шәмсинур Итбаева килде. Белә-күрә гел мәрә-кәләйем, әле лә уны журналға теркәгән булып ҡыланам:
—Һеҙҙе кем тип яҙып ҡуяйыҡ?
—Этбаева Шәмсинур мин.
—Этбаева. Атайығыҙҙың исеме?
—Малбай.
—Хайуанбай.
—Ни тинең, ишетмәйерәк ҡалдым?—Әбей шау һөйәк ҡул осон ҡолағына ялғап секрәйҙе.
—Яҙып ҡуйҙыҡ, тим. Нимә борсой?
Ҡарт кешенең ауырыуҙары етерлек, иллә уны бында әлеге мәлдә әшәке геморройы килтергән. Башҡа дарыуҙарға ҡушып осаның һыҙлауын баҫа торған майшәмдәр яҙҙым. Кисекмәҫтән ауырыу янына саҡыр-ғастары, дарыуҙарҙы нисек ҡулланырға кәрәклекте шәфҡәт туташының төшөн-дөрөүенә ышанып, сығыу яғына йүнәлдем.
Бер нисә көндән әбекәй менән яңынан әңгәмә ҡорабыҙ.
—Хәлдәрең нисек, инәй?
—Алланың рәхмәте яуһын үҙеңә, балам, бөтәһе лә һәйбәт.
—Дауалар килешәме һуң?
—Килешә, килешмәгән ҡайҙа, тик анау һуҡ бармаҡ оҙонлоҡ кәнфит һымағын йота алмай хитланам, ауыҙға һылашып, тешкә йәбешә лә ҡуя.