Бөтә яңылыҡтар
Ял минуттары
29 Июнь 2017, 12:18

Арыһаң—ҡал да ҡуй

Ауылыбыҙҙан ете-һигеҙ саҡрым ерҙә Бараҡал йылғаһының буйында «Анносҡан» ҡаяһы бар. Атаманың килеп сығыуы үҙе бер тарих, уға туҡталып тормайым, һүҙем икенсе нәмә хаҡында. Шул ҡаяның эргәһендәге туғайлыҡты бейек-бейек тауҙарға һылашҡан әҙәм үтмәҫлек шырлыҡ уратҡан. Fәйфулла ағайҙың сабынлығы шунда. Ара йыраҡ булғас бесән осоро етһә ҡыуыш ҡороп, ҡатыны менән ҡуна ятып эшләйҙәр.

Бер көн арбаға йәшел бесән тултырып, атты шунда бәйләп үҙҙәре ҡыуышҡа инеп маҙырап йоҡлап яталар ти былар. Таң алдынан йылға буйында айыу үкергән тауыш ишетелә. Ат үрәпсеп ушҡырып ебәрә. Fәйфулла ағай ырғып тороп атына атланып сабып китә. Хәтәр мәлдә бисә ҡайғыһымы?! Ә тегеһе теҙгенгә йәбешеп йәнәшәһенән етеҙ юрғалай, айыуҙан һуғылырға бер ҙә генә лә самаһы юҡ. Ир ғәзизен йәлләгәндер күрәһең, уны ҡайғыртып, эйелә биреп былай тип әйтә ти: «Файза, хәлдән тайҙың бит инде, улайтып күпме барырға мөмкин, арыһаң—ҡал да ҡуй!»