

—Ни өсөн билмән цехы астыммы? Сөнки районда билмән эшләү цехы юҡ, икенсенән ярым фабриканттарға бөгөн шул тиклем һорау ҙур. Эш кешеләренең ваҡыты наҡыҫ, шуға ла уларға тиҙ әҙерләнә торған, сифатлы һәм хәләл продукция кәрәк. Һәм был осраҡта беҙ әҙерләгән билмән, мантылар хужабикәләргә ярҙамға килә,–тип йылмая эшҡыуар ханым.
«Ауыл тәме» тип аталған матур исемле цех Юлдыбайҙың уртаһында урынлашҡан. Эшлекле ханым элекке магазин бинаһының бер бүлмәһен ҡуртымға алып, уны үҙ шөғөлдәренә яраҡлаштырып йыһазландырып алған. Беҙ барғанда ҡатын-ҡыҙҙар билмән бөрә ине. Ҡамыр махсус ҡорамал ярҙамынды баҫыла, йәйелә, артабан ҡулдан билмән бөрөлә. Фарш эшләү өсөн итте Гөлназ Әхиәт ҡыҙы Баймаҡтан һатып ала. Көнөнә цехта 20-шәр килограмм билмән, манты әҙерләнә, шулай уҡ эремсек һәм картуф билмәндәре (вареники) эшләнелә. Әҙер ярым фабриканттарға һорау шул тиклем ҙур, хатта күптәргә ул етмәй ҙә ҡала. Заказ буйынса ла эшләйҙәр. Бигерәк тә туй, юбилей кисәләренә Гөлназ Ҡуғашеваның ризыҡтарына һорау ҙур.
—Киләсәктә эште киңәйтергә теләк бар, сөнки көндәлек әҙерләгән продукциялар район халҡына етмәй. Шулай уҡ ассортиментты ла арттырырға иҫәп тотабыҙ, варениктарҙың бер нисә төрөн, голубцы, ит тултырылған татлы борос эшләргә уйлайбыҙ. Ярым фабриканттарҙы цехҡа һорап килһәләр, шунда уҡ һатып та ебәрәбеҙ, магазиндарға ла сығарабыҙ,–тип пландары менән уртаҡлашты егәрле ханым.
Цех асылғандан алып эшләгән Рәхилә Нәҙерғолова менән Зилә Кәримова һәм Фәүзиә Камалова күптән инде үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән. Уларҙың тилбер бармаҡтарына хатта күҙ ҙә эйәрмәй.
Әйткәндәй, ауыл элек-электән юғары сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү сығанағы. Республикабыҙ был йәһәттән һәр саҡ алдынғы, беҙҙә игенселеккә, ит, һөт, ҡымыҙ, бал продукциялары алыуға ҙур иғтибар бүленә. Төбәк иҡтисадына ҡеүәт биргән агросәнәғәт үҫешенә даими булышлыҡ ҡылына, өҫтөнлөклө мәсьәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың даими контролендә. Фермерҙарға гранттар, субсидиялар, төрлө ташламалар булдырылған, агросәнәғәт комплекстары даими яңыртылып, конкурентлыҡҡа һәләте, эш һөҙөмтәлелеге арттырыла.
Кәримә Усманова.
Һүрәттә: эшҡыуар Гөлназ Ҡуғашева хеҙмәткәрҙәре Рәхилә Нәҙерғолова, Зилә Кәримова һәм Фәүзиә Камалова менән.