

Матрайҙың матур ғаиләһе
1987 йылғы Матрай ауылы ҡыҙы Зимфира һәм 1983 йылғы Балапан ауылы егете Илнар бала саҡтан бер-береһен белем үҫә. Әммә улар араһында мөхәббәт уты Илнар Ҡәйүм улы әрме сафынан ҡайтҡас ҡына тоҡана. Йәштәр 2004 йылда гөрләтеп туй үткәреп өйләнешә. Зимфира Зиннур ҡыҙы Магнитогорск дәүләт университетын тамамлаған, һөнәре буйынса педагог-психолог. Әлеге ваҡытта Матрай мәктәбендә эшләй. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе лә булған. Илнар иһә Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштергәндән һуң Мурманск тарафтарында диңгеҙ пехотаһында Ватаны алдындағы бурысын үтәгән. Әрменән ҡайтҡас электр, газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса белемен камиллаштырған. Ошо һөнәре буйынса Себерҙә эшләп аҡса тапҡан. Кәләш алғандан һуң ҡырға йөрөмәҫкә була һәм 2009 йылда ҙур итеп йорт һалып инәләр.
Әлеге ваҡытта Илнар Әптеков «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Айҙың 15 көнөн эштә уҙғарһа, 15 көндә үҙ ихатаһында төрлө эштәр менән булыша.
-Ҡыш көнө күберәк Балапандан фермер ағайым Бүләк Әптековҡа ярҙам итәм. Ҡыш көнө беҙҙең тарафтарҙағы юлды уның техникаһы ҡыра. Шулар сафтан сыҡһа, төҙәтешеп ебәрәм. Шулай уҡ ауыл хужалығы техникаһын яҙғы сәсеү эштәренә әҙерләүгә лә өлөш индерәм,--тип һөйләй Илнар Ҡәйүм улы.-Йылы миҙгелдә һатыуға ҡапҡалар яһайым, беседка, кокон креслолары, мангал, мунса мейестәре, ит, балыҡ ыҫлаусы ҡоролмалар яһайым. Халыҡ ни һораһа, шуны иретеп йәбештереп эшләп бирергә әҙермен.
2023 йылда Матрай ауылы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында еңеп, ауыл үҙәгендәге парк, клуб, мәктәп биләмәләренең элекке кәртәләүҙәрен тимергә алмаштырған. Был эштәрҙең барыһын да Илнар Әптеков атҡарып сыҡҡан. Ул шулай уҡ балалар приютя ҡоймаларын да яңыртып биргән.
Әптековтарҙың ғаилә башлығы иретеп йәбештереү эшенә оҫта булһа, хужабика Зимфира Зиннур ҡыҙы ҡул эштәренә оҫта. Ул төрләндереп аш-һыу әҙерләүгә әүәҫ. Һүрәт төшөрә, балалар баҡсаһының стеналарын Зимфира Зиннур ҡыҙы төшөргән һүрәттәр биҙәй. Футболкаларға милли биҙәүестәр төшөрөп һатыуға сығара. Ҡатын-ҡыҙҙарға маникюр яһау шөғөлөн дә үҙләштергән.
Һәр яҡтан килгән Әпткеовтар ике балаға ғүмер бүләк иткән. Өлкән улдары Динар Вишневка ятҡылығында шахта төҙөүсе булып эшләй. Ул да атаһы кеүек әрме сафын диңгеҙ флотында үткән, Калининградта хеҙмәт иткән.
Ҡыҙҙары Лиана Сибай сәнғәт колледжының һынлы сәнғәт бүлеге студенткаһы.
Матурлыҡты яратҡан, уны үҙ ҡулдары менән тыуҙырған Әптековтарҙың үҙҙәренән генә түгел, өйҙәренән да бер нур бөркөлә. Май сүлмәге тышынан билдәле тигәндәй, күркәм йорттары әллә ҡайҙан күренеп, тирә-яҡҡа йәм биреп тора.
Гөлдәр Ҡадаева.