...
Ун биш йыллап элек яңы һыуытҡыс алдыҡ та, иҫкеһен һатырға булдыҡ. Кухня ҙур булһа ла, артыҡ нәмә яратмауым ғәләмәте. Сығарып ташлай торған яман холҡом бар бәләкәйҙән. Зәзәйем күрмәгәс, бөтә нәмә үҙ ҡулымда, оҡшама — тотам да ҡыйлыҡҡа ырғытам. Мөслимә инәйем артымса барып, арыуыраҡтарын кире йыйып алып ҡайта. Аҙаҡ ҡайһыһынан буй юрған ҡорай, нимәһен йыуып башҡаға тотона. Аҙаҡ үҙемә күрһәтеп йә әрләй, йә көлә. Холоҡ ҡалмай бит инде эйәһенән, ҡыҫҡаһы, мин әле лә шулайыраҡ.
⏪Ғәҙәттә, ҡала фатирында торлағыңдың һәр сантиметры иҫәпле, файҙалы хеҙмәт итеүгә яраҡлаштырыла бит инде. Шул иркенлек яратҡас, мин дә яңы холодильник алып ҡайтыу менән өйҙә торғанын иретеп, порошоклап тороп, тап-таҙа итеп йыуҙым да, Авитоға иғлан бирҙем. Хаҡын да ҡиммәт күрһәтмәнем. Тиҙерәк үтһә булған. Дүрт-биш кеше шылтыратты-шылтыратыуын. Тик килеп алыусы юҡ. Был буш торған холодильник яңыһы эргәһендә бөтөнләй ҡайтыш күренә. Дөйөм фонды боҙғас, күңелде өйкәп-өйкәй. Мыжып һөйләнеп алам. Ахырҙа, үтмәҫ тауарға ҡул һелтәп, онотолоп та киткәйнем шикелле.
⏪Көндәрҙең бер көндө нимә менәндер булышып йөрөһәм, телефон шылтыраны. Алһам, етди генә ир тауышы:
— Добрый день, вы холодильник продаёте?
-Да, да, тим һатып алыусы менән һөйләшеүҙә дөрөҫ коммуникация ҡорорға тырышып...
Һыуытҡысты маҡтайым:
— Состояние отличное, товарный вид хороший. Пользовались более десяти лет, ещё столько прослужить сможет, наверное. За тысячу купите, дороже продадите ещё, тигән булам.
Хәбәремде бүлдереп был ир морозильниктың ниндәйҙер конфиденциаль номерын һорай. Аптырай төштөм.
— Посмотрите, под морозильной камерой должен быть указан номер, продиктуйте мне эти цифры...
Башымды тығып, яҙыу эҙләйем... Ниндәй һан, хәреф күрәм диктовать итәм. Инде булды тиһәм, юҡ, тағы ла сәйерерәк һорау яңғырай.
— А ваш холодильник на каком расстоянии находится к розетке?
Тағы ла нығыраҡ аптырайым. Үлсәргә тимәйҙер бит инде, моғайын да....Тағы һорау...
— Кстати, дверь камеры в какую сторону открывается?
... Атаааҡ, тап камераһының ишеге боҙолғанға, асып-ябылмай, беркетеп ҡуйыла, ысҡындырып алына ла баһа.. Был кеше уны ҡайҙан белә?)
⏪Барып етте миңә, һуң телефон линияһында үҙ ирем башымды әйләндерә! Русландың тауышын үҙгәртеп һөйләшә белеү ғәҙәтен бөтөнләй баштан сығарғанмын. Һәр хәлдә, минең менән шулай шаяра тип уйламайым бит инде КВН уйынының иң тоғро көйәрмәне! 👌👍💪
Шунан һаттыммы холодильникты тиһегеҙме? Һаттым. Бер студент ҡыҙ килеп алды. Руслан йәлләп, үҙ иҫәбенә ятаҡтарына бушлай илтеп үк бирҙе, хатта. Ә һыуытҡысты... ҡыҙҙар уҡып бөткәнсе тотоноп, ҡиммәтерәккә һатып сығып киткәндәрҙер әле, моғайын.🤔 Һаман эшләп ултыра тиһәләр ҙә ышанам...
#РәйләКүсемханова