Йүнселлек
21 Июня 2023, 05:55

Ҡымыҙ тәме сыҡҡан шоколад ашағығыҙ киләме?

Ни сыҡһа баймаҡтарҙан сыға, шулаймы! Был юлы улар ҡымыҙлы шоколад етештереүгә үҙ өлөшөн индергән. Нисек тиһегеҙме?

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡымыҙ тәме сыҡҡан шоколад ашағығыҙ киләме?Ҡымыҙ тәме сыҡҡан шоколад ашағығыҙ киләме?
Ҡымыҙ тәме сыҡҡан шоколад ашағығыҙ киләме?


Ышанаһығыҙмы-юҡмы, Башҡортостан эшҡыуарҙары Баймаҡ районы бейәләре ҡымыҙынан ошондай тәмлекәс эшләгән. Ауырлығы 50 грамлыҡ бер шоколадта ҡымыҙҙың кешегә дауа булараҡ тәьҫиренә кәрәкле көндәлек миҡдары бар. Тәме бер нимәгә лә оҡшамаған, әскелт-татлы, тиҙәр. Үҙенсәлекле ризыҡ әлегә күмәртәләп һатылмай, тип хәбәр итә «Юлдаш» радиоһы хәбәрселәре.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас