АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
5 Декабрь 2022, 09:40

Урмандан кәбән сығарып биргәндәр

Баймаҡ районы ауылдарында өлөшләтә мобилизацияға эләккән ир-егеттәрҙең ғаиләләренә ауылдаштары ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә. Ишбирҙелә, мәҫәлән, шәхси эшҡыуар Халиҡов Мөнир техника бүлеп, бөгөн Тулыбаевтарға урмандан бесән ташыуға булышлыҡ иткән. Эскерһеҙ ярҙамдары өсөн Мостафа, Мортаза, Мөнир Халиҡовтарға ир-егеттәрҙең ата-әсәһе ҙур рәхмәтен белдерә. «Доньялар имен булһын,ауылдаштарыбыҙға һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булһын,Аллаһ бирһәЕгеттәребеҙ теүәл, имен- һау тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтһын»- тип яҙа ишбирҙеләр.

Урмандан кәбән сығарып биргәндәр
Урмандан кәбән сығарып биргәндәр

👍Афарин! Изгелектәре үҙҙәренә икеләтә артып ҡайтһын🤲

Автор:Гульдар Кадаева