Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
15 Сентябрь 2022, 14:40

ГЕКТАРЫНАН— 30 ТОННА АЛМА

«Был ҡатмарлы, тәүәккәллек талап иткән бизнес. Вәғәҙәләгәнсә, өсөнсө йылға яңы технологиялар буйынса тәүге уңышты алдығыҙ. Һеҙҙең объект башҡаларға яҡшы өлгө булыр тип ышанабыҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар», — тине вице-премьер.

ГЕКТАРЫНАН—  30 ТОННА АЛМА
ГЕКТАРЫНАН— 30 ТОННА АЛМА

Шишмә емеш-еләк питомнигында суперинтенсив типтағы алма баҡсаларының инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙың тәүге һөҙөмтәләре билдәле булды. Баҡсаға нигеҙ һалынғандың өсөнсө йылына бында алманан тәүге уңыш йыялар. Майҙансыҡты вице-премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов та килеп ҡараны.

«Был ҡатмарлы, тәүәккәллек талап иткән бизнес. Вәғәҙәләгәнсә, өсөнсө йылға яңы технологиялар буйынса тәүге уңышты алдығыҙ. Һеҙҙең объект башҡаларға яҡшы өлгө булыр тип ышанабыҙ. Бының өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар», — тине вице-премьер.

2020 йылда инвестор беренсе этапта 80 гектар алма һәм башҡа баҡсаларға нигеҙ һалған. Проектҡа бөтәһе 2 миллиард һум аҡса һалыу күҙаллана. Бишенсе йылға гектарынан 30 тоннаға тиклем уңыш көтөлә. Рәсәйҙә алманың уртаса уңышы — гектарынан 3 тонна, Краснодар крайында — 12-16 тонна, Кубандең «суперинтенсив» баҡсаларында — 60-65 тонна.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2022-09-15/minselhoz-v-bashkirii-vozmozhno-poluchat-po-30-tonn-yablok-s-gektara-2950347

Автор:
Читайте нас: