-3 °С
Болотло
—Сәләх ауылына нигеҙ һалыусы уҙаман Сәләх Мортаевтың йәшәгән йортон тергеҙеү эштәре башланды. Семәрле, зауыҡлы был өй ошо көнгә тиклем һаҡланып ҡалған.
Быйыл ауыл үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Шул уңайҙан сәләхтәр уны музей итеп төҙәтмәксе. Был ниәт электән бар ине, йәшәп килә ине. Сәләх олатай мәрхүмдең ейән-ейәнсәрҙәре, уландары, ҡыҙҙары ошо изге эшкә башланғыс һалды,—тип яҙалар социаль селтәрҙә.
Сәләхтәр бергәләп өмә лә башлаған икән. Афарин! Булдыра ул сәләхтәр!