Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
21 Июнь 2022, 15:55

Ҡулыңдан һөйөн

Рәмзилә Исҡужина Хәйбулла районының Йәнтеш ауылы һылыуы. Ире менән алты йәшлек Тамерлан исемле ул үҫтерә. Кес кенә сағынан уҡ төрлө ҡул эштәре менән булыша башлаған Рәмзиләгә ире бынан дүрт йыл элек теген машинкаһы бүләк итә. Шунан алып йәш ҡатын түшелдеректар эшләү менән мауыға.

Ҡулыңдан һөйөн
Ҡулыңдан һөйөн

-Беренсеhен ябай ғына итеп, үҙемсә уйлап ҡына эшлап ҡараным. Шунан ҡыҙығып киттем, -- ти ул. Ошо йылдар эсендә Рәмзилә етмештан ашыу тушелдерек эшләгән. Заказдарҙы Өфө, Сибай ҡалаларынан, Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән райондарынан күпләп бирәләр икән. Рәмзиләнең ҡул эштәрен айырыуса Силәбе башҡорттары яратып ала.

Мәғлүмәт һәм фото Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән алынды. 

Ҡулыңдан һөйөн
Ҡулыңдан һөйөн
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: