Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Май 2022, 15:40

Сибайҙа—“Тәмле” конкурсы!

Сибайҙа 2-4 июндә "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы ойошторола. Сара барышында быйыл да халҡыбыҙҙың милли аш-һыуына арналған "Тәмле" конкурс-күргәҙмәһе үтәсәк. Ул 3 июндә Сибайҙа уҙғарыла.

Сибайҙа—“Тәмле” конкурсы!
Сибайҙа—“Тәмле” конкурсы!

 

Конкурс-күргәҙмәлә һәр кем ҡатнаша ала. Был юлы уға төрлө милләттәрҙең аш-һыуын республиканың төньяҡ-көнбайыш райондары вәкилдәре килтерергә теләк белдергән. Ойоштороусылар белдереүенсә, төп приз 30 мең һум тәшкил итһә, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулағандарға 20, 10 мең һум биреләсәк. Шулай  уҡ үҙенсәлекле аш-һыу рецебы, милли аш-һыу традицияларын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән өсөн, тематик өҫтәлдең иң яҡшы презентацияһы, милли аш-һыуҙың төрлөлөгө, традицион аш-һыу әҙерләүҙә заманса технологиялар ҡулланған өсөн, ҡулланылған сеймалдың үҙенсәлекле булыуы өсөн аҡсалата приздар—5-шәр мең һум тапшырыласаҡ.

Барлыҡ аш-һыу, милли ризыҡтар жюриға тәмләп ҡарап баһалау өсөн махсус әҙерләнергә тейеш. Ҡатнашыусы һәр кем өҫтәлде биҙәү, ризыҡтарын тәҡдим итеүҙе шәхсән үҙе башҡара. Теләгәндәргә http://башкирскаякухня.рф сайтында мотлаҡ теркәлеү үтергә кәрәк.

Халҡыбыҙҙың милли аш-һыуын данлаған саранан ситтә ҡалмағыҙ, килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ!


Автор фотоһы

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: