АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
11 Май 2022, 11:10

ТРАКТОР КӘРӘКМЕ? ЭШЛӘ ЛӘ АЛ...

Рәхимйән Ибраһимов Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында йәшәй. Үҙе эшләп алған минитрактор ауылдағы бар эштәргә лә ярап ҡала...

ТРАКТОР КӘРӘКМЕ? ЭШЛӘ ЛӘ АЛ...
ТРАКТОР КӘРӘКМЕ? ЭШЛӘ ЛӘ АЛ...

--Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында электән техника яғына оҫта кешеләр күп булды. Ләкин оҫталарҙың оҫтаһы, бар булмышы менән машиналар эшләү буйынса инженер-конструктор - Рәхимйән Ибраһимов булыр.
Бөгөн ул тағын бер техникаһына йән өрөп йөрөү менән мәшғүл. 17 ат көслө күп функциялы минитрактор ауылдағы төрлө ваҡ эштәр өсөн эшләнгән. Тулы приводлы. Кәрәк икән, картуфын да сәсә, утай ҙа, ҡаҙып та аласаҡ. Завод техникаһынан яҡшыраҡ булмаһа, бер нимәһе менән дә ҡалышмаҫ.
Быға тиклем дә Рәхимйән ағай төрлө техника машиналар эшләү менән шөғөлләнде. Кәрәк икән гидравлик утын ярғыс, кәрәк икән төрлө станоктар яһаны. Байтаҡ йылдар элек яһаған үҙйөрөшлө тракторы, ваҡытында хатта дәүләт регистрацияһын да үтте,--тип яҙалар Аҡъюл ауыл биләмәһенең социаль селтәрендә.

Бына шундай оҫталар, һәләтлеләр йәшәй төпкөл ауылдарҙа! Афарин!

Автор:Резеда Валиева
Читайте нас: