Эшлекле, абруйлы, матур ғәиләләр Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында бик күп. Вәхит Азамат улы һәм Гөлназ Миңлейәр ҡыҙы Нурасовтар тап шундайҙарҙың береһе. Уларҙың ғәиләһендә береһенән- береһе матур, аҡыллы өс бала тәрбиәләнә. Ҡыҙҙары Наҙгөл Баймаҡ ҡалаһының лицей - интернатында белем ала, тик яҡшы баһаларға ғына уҡый, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып маҡтау ҡағыҙҙарына эйә. Улдары Линар Муллаҡай мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы, йорт эштәрендә ата-әсәһенең ярҙамсыһы, спортта алдынғылар рәтендә, ә кескәй Нәргизә әле "Сулпылар" балалар баҡсаһына йөрөй.
Күптән түгел Нурасовтар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектына ярашлы үҙҙәренең ғәилә бизнесын асып ебәрҙе. Күркәм, матур йорттары ихатаһында үҙҙәренең икмәк бешереү цехы гөрләп эшләп тора. Гөлназ Миңлейәр ҡыҙының ярҙамсыһы Мирзина Рәшиҙә апай икмәк бешереүҙә уң ҡулы, тиһәк тә була. Яңы ғына бешкан икмәкте Вәхит Азамат улы яҡын-тирә ауыл магазиндары кәштәләренә ташый. Уларҙың икмәгән халыҡ бик теләп, яратып һатып ала. Туй, юбилей, аяттарға ла заказ буйынса бәлеш-ҡаластар бешерәләр.
Тиҫтәнән ашыу бал ҡорттары умарталары бар, мал-тыуар аҫырайҙар, үҙҙәренең техникалары менән ерен эшкәртеп, ашлыҡ сәсеп, урып-йыйып, ярайһы ғына килем алып йәшәй улар. Гөлназ Миңлейәр ҡыҙы ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советының әүҙем ағзаһы булып тора, концерттарҙа ҡатнашырға ла өлгөрә. Яңыраҡ уңған ҡатын район күләмендә иң тырыш эшсе номинацияһына эйә булды. Уларға киләсәктә иҫәнлек- һаулыҡ, уйлаған уйҙары, һис шикһеҙ, тормошҡа ашһын тигән теләктә ҡалабыҙ! Муллаҡай ауылында ошондай ғәилә булыуына ғорурланырға һәм һоҡланырға ғына ҡала.
Әлфиә Вәхитова.