Былтыр мәктәпте, балалар баҡсаһын, фельдшер-акушер пунктын үҙ эсенә алған социаль әһәмиәтле бинаның ҡыйығы алмаштырылды. Яуаплы эште яҡташыбыҙ Ишкилде Ғафаров етәкләгән “Универсал” йәмғиәтенең Альберт Зөфәров бригадаһы атҡарып сыҡты. Бағыусылар булып ауылдаштар--Р.И.Ишмуллин, Л.М.Абдуллина, Р.Р.Йәнтүрин сығыш яһаһа, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Й.У.Бикккинов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры А.Н.Ишимов, шәхси эшҡыуар К.Л.Замотаев, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Ф.Ғ.Хәлимов та төҙөкләндереүгә үҙ өлөштәрен индерҙе. Шулай уҡ һәр башланғысты хуплап торған ауыл халҡына, унан ситтә йәшәгән яҡташтарға, Кәрешкә мәктәбе коллективына ла рәхмәтебеҙ сикһеҙ.
Иҫке ҡыйыҡты һүтеп, уны алмаштырыуға әҙерләү ҙә күп көс талап итте. Һүҙебеҙҙе йыҡмай, бинаны ҡыйыҡларға ярҙам итеүсе ир-егеттәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҙур рәхмәт.
2022 йылды тағы ла бер оло ваҡиға менән ҡаршы алдыҡ: ҡыйығы яңыртылған мәктәп бинаһында урынлашҡан бөтә социаль объекттар зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтарылды.
Мәлифә Бигилдина, Татлыбай башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы.