Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
26 Февраль 2022, 20:25

Элекке моряк хәҙер оҫта

Хәйбулла районының Әбүбәкир ауылынан Ильяс Сәғәҙей улы Ҡәйеповтың даны тирә-яҡҡа ҡул эше оҫтаһы булараҡ таралған. Ул килештереп ағастан өҫтәл, ултырғыстар, аш-һыу бүлмәһе өсөн йыһаз, ишек, тәҙрә рамдары, карауат һәм башҡа әйберҙәр яһай.

Элекке моряк хәҙер оҫта
Элекке моряк хәҙер оҫта

--Әле янымда күрһәтерлек бер ҡул эшем дә юҡ. Эшләп торам, алып та китәләр,--ти Ильяс Ҡәйепов.
--Был эштәргә һеҙҙе кем өйрәтте?
--1985-1989 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһының хеҙмәт бүлегендә белем алдым. Ошо йүнәлеште тап училищела бирҙеләр.
Ильяс Сәғәҙей улы 1989-1992 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итә. Башта Ленинградта учебка үтә, унан Владивостокта моряк булараҡ Ватаны алдындағы бурысын үтәй. Тыуған яғына ҡайтҡас, ул тағы күңеле тартҡан шөғөлгә тотона. Һөнәрле кеше замана үҙгәрештәренә бирешмәй, ҡулы эш белгәс, аҡса ла, мал да табыла. Өйләнеп, тыуған ауылында төпләнә.
Оҫтаны һуңғы арала төҙөлөш материалдарына хаҡтарҙың артыуы борсой. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, заказдар бар һәм ул бер көн дә буш тормай. Көндәр һалҡынайыу менән ул тағы бер шөғөлгә—быйма баҫыуға тотона.
--Был да күңел ҡушыуы буйынса эшләнгән эш. Хәтеремдә, миңә 5-6 йәштәр тирәһе булғанда, яҡындарым менән быймаға заказ бирә барҙыҡ, шунда өлкәндәрҙең эшенә иғтибар иттем: инструменттары күп, үҙҙәре тирләп, бешеп эшләй, ҡараңғы, саң, шундай шарттарҙа быйма баҫып торһалар ҙа, был шөғөл минең күңелемә ятты. Үҫә килә ошо һөнәрҙе үҙләштетергә теләү артҡандан-артты. Армиянан ҡайтҡас беҙҙең ауылға килгән быйма баҫыусыларҙың эшен күҙәтеп йөрөнөм дә мине был эшкә өйрәтеүҙәрен үтендем. Тик улар үҙҙәренә конкурент булдырғыһы килмәне. Шунан үҙем яйлап ҡына булған ғына тәжрибәмде системаға һалып, өйҙә теге быймасылар һымаҡ булышып ҡараным. Инструментым юҡ, ҡалыптар, бер нәмә лә юҡ. Теләк кенә бар. Килбәтһеҙ генә бер нәмә килеп сыҡты: икеһе ике төрлө, шулайҙа быйманың формаһын килтереп сығарыуыма ҡыуандым. Күрше Атингәнгә быйма баҫыусылар килгән ине, улар мине яндарына индерҙе. 20 көн тирәһе булыштым шулар янында. Берәү ҙә һөйләп өйрәтмәне, аҡыллыға ишара, тигәндәй, шундуҡ эш ҡуштылар. Ҡайтырға йөрөгәндә миңә инструменттарын һатып киттеләр. Тәүге быймаларым әллә ни маҡтарлыҡ килеп сыҡманы. Уларҙы күрше-тирәгә бүләк иттем. Шулайтып яйлап өйрәнеп киттем, 30 йылға яҡын инде ошо миҙгелле шөғөл менән булышам. Әлбиттә, еңел эш түгел, көҙгө йөндө йыйыр кәрәк, үрҙә әйтмешләй, еҫ, бысраҡ, саң... Шулай ҙа аҙнаһына 5-6 пар быйма баҫам. Әйткәндәй, колхоз бар саҡта хужалыҡ йылҡылары өсөн еҙнәм менән эйәр аҫтына һалырға кейеҙ баҫа торғайныҡ. Ул тәңгәлдә лә тәжрибәм бар,--тип һөйләне Ильяс Сәғәҙей улы.
Ҡатыны Миләүшә Урал ҡыҙы менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән улар. Бөтә ауыл кешеһенеке кеүек үк ишле итеп мал да тоталар.
--Мал тотабыҙ ҙа ул, шулай ҙа ҡурҡыта, һуңғы арала ауыл халҡының күҙ терәп торған малына ҡаршы һуғыш барған кеүек. Баймаҡ районында баш ҡалҡытҡан төйөнлө дерматит беҙҙе урап үтеренә берәү ҙә гарантия бирә алмай. Хөкүмәт бит һәр береһенә компенсация түләмәйәсәк, шуға үҙебеҙгә етерлек һөт, ит өсөн тоторға ла тип уйлайым. Ҡоролоҡ проблемаһы ла бар: ике баш һыйырҙы ҡышлатып сығарыр өсөн бер һыйыр хаҡына бесән һатып алыу үҙен-үҙе аҡламай.
Шундай донъясыл, тормош көтөүгә әрһеҙ кешеләре менән дан тота Әбүбәкир ауылы.
--Ауыл халҡы берҙәм, әүҙем дә ул. Тик бына мәктәптә балалар һаны аҙ. Был аҙ һанлылыҡ бит 15-20 йылдан әрме сафына саҡырыласаҡ егеттәр ҙә булмаясағын күрһәтә. Ул ваҡытта илебеҙҙе кем һаҡлар?—тип ил кимәлендәге хәлгә лә борсола Ильяс Сәғәҙей улы.

Автор:Гульдар Кадаева