Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
2 Февраль 2022, 08:40

Күңелдәргә рәхәт йылы биреп, түрҙә тора ауыл мейесе

Мейес--һәр кемде бала саҡтан үҙенә йылылығы, икмәк еҫе менән тартҡандыр. Һәр өйҙөң түрендә йәме, ҡото булып ап-аҡ мейес ултырған. Хәҙерге ваҡытта байтаҡ ауылдарҙа өйҙәргә газ үтһә лә, күп кешеләр элекке утын яғылған мейестәрен емереп ташламай. Һис юғында бәләкәйерәк итеп сығартып ҡалдыралар икән. Ә мейес сығарыусылар элек-электән һирәк булған. Һөнәрле-үлмәҫ, һөнәрһеҙ-көн күрмәҫ, тигәндәй, Баймаҡ районының Ишмөхәмәт (Ҡарамалы) ауылында ла был онотолоп барған кәсеп менән ике генә кеше шөғөлләнә. Улар --Янышев Хәбир һәм Сәфәрғәлин Әбделхәлим ағайҙар. Үҙ ғүмерҙәрендә нисә мейес сығарғандарҙыр инде билдәһеҙ. Хәбир ағай шулай уҡ балта оҫтаһы ла бихисап кешеләргә өй, мунса бурап биргән. Хәлим ағай ҙа мейес сығарыу оҫтаһы ғына түгел, кешеләргә бысҡыларын, электр приборҙарын, сепараттарын йүнәтеп бирә. Тимер иретеп йәбештереү оҫтаһы булып та танылған.

Күңелдәргә рәхәт йылы биреп, түрҙә тора ауыл мейесе
Күңелдәргә рәхәт йылы биреп, түрҙә тора ауыл мейесе



Мейес.
Күңелдәргә рәхәт йылы биреп,
Түрҙә тора ауыл мейесе.
Әсәкәйем уны аҡлап ҡуйһа,
Балҡып китә ине өй әсе.
Икмәк һала ине әсәй,
Ҙур мейестә, уңдырып.
Сәйҙәр эсә инек тәмләп,
Урындыҡта ултырып.
Бәлеш тә беште мейестә,
Суйында беште ашы.
Беҙҙең һыу кейемдәр менән
Тулды мейестең башы.
Һыуы ла шунда йылынды,
Күмәк керҙе йыуырға.
Ҡуҙы баҙлап төшөр ине,
Самауырҙы ҡойорға.
Бала саҡ, вайымһыҙ саҡ,
Сабып йороп уйнаныҡ
Өшөп,туңып,өйгә инеп,
Шул мейескә hыйындыҡ.
Килде башҡа заманалар,
Газ ҡаҙаны мөйөштә.
Өшөп инеп hыйынырлыҡ,
Юҡ бит хатта мейес тә.
Бер ни ҙә мәңгелҽк түгел,
Берәү килмәй ғүмергә.
Олоғая барған һайын,
Һағыш тула күңелгә.

Сажиҙә Көсөкбаева(Абдуллина)

 

Күңелдәргә рәхәт йылы биреп, түрҙә тора ауыл мейесе
Күңелдәргә рәхәт йылы биреп, түрҙә тора ауыл мейесе
Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: