Баймаҡ ҡалаһы ҡыҙы Раушания, Билал егете Фәниргә кейәүгә сығып, ауылда төпләнәләр. Ҙур ғаиләгә килен булып төшөп, бер нисә йыл ҡайны-ҡәйнә менән йәшәгәс, йәштәр айырым, яңы өйгә сыға. Раушанияның әсәһе Рәшиҙә лә, ҡәйнәһе Зәүрә еңгәй ҙә аш-һыу оҫтаһы. Раушания ла бар оҫталығын һалып тәм - том бешереүгә тотона. Ә инде барыһын таң ҡалдырып бешергән торттары айырым тема.
Оҫта ҡуллы Раушания тәүге тортты 2019 йылда эшләп ҡарай. Өлкән ҡыҙы Әдиләнең тыуган көнөнә тура килә был көн. "Беренсе бешергән тортом үҙемә лә, ғаиләмә лә оҡшаны. Нисектер ҡыҙыҡ булып китте. Күп нәмәгә интернеттан ҡарап өйрәндем. Яйлап инвентарь алдым. Заказға эшләргә уйым булманы, үҙебеҙгә, туғандарға эшләһәм тип кенә уйлағайным. Заказға һорау була башлағас эшләргә булдым. Тормош иптәшем Фәнир эшемде һәр яҡлап хуплап, ярҙам итеп тора. Күбеһенсә интернет селтәренән онлайн курстар ҡарап барам, аш-һыу бешереү буйынса китаптар, гәзит-журналдар уҡыйым. Иң ауыр торт 7 кг булды. Кубеһенсә тортты балаларға эшләтеп алалар.
Заказды 4-5 көн алдан ҡабул итергә тырышам, сөнки ингредиенттарҙы ҡаланан заказ менән алдырам. Торт эшләргә 2 көн китә. Кеше ышанып заказ биргәс, бар оҫталығымды һалып бешерергә тырышам",- ти Раушания. Уның эшләгән торттарынан күҙҙәр ҡамаша, кәртинкә һымаҡ торттарҙы ашауы ла йәл хатта. Фотола Раушанияның күңел һалып бешергән торттары. Афарин, Раушания, ҡулдарыңа күҙҙәр теймәһен!
Райхана Булатова.