Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
11 Ғинуар 2022, 13:55

Сибай эшҡыуарының уңыштары

Өфөлә социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр. Конкурстың «БИЗНЕС-УҢЫШ» номинацияһында Сибай эшҡыуары, урында «Sunrise» сит телдәр мәктәбе ойоштороусы һәм директор Людмила Корчагина еңеү яуланы.

Сибай эшҡыуарының уңыштары
Сибай эшҡыуарының уңыштары

Мәртәбәле конкурс “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәи шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларын үҫтереү” милли проектына ярашлы уҙғарылды. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре үҙ мөмкинлектәрен һынап ҡараны. Еңеүселәр араһында Сибай эшҡыуары булыуы бик ҡыуаныслы.

 --Конкуста ҡатнашыу бер ниндәй ҙә аҡсалата премиялар, гранттар бирмәй. Был сара мәктәпте республика кимәлендә күрһәтеү, уны үҫтереү өсөн мөһим. Конкурста бик теләп ҡатнаштым. Документтар туплауға ваҡыт күп китте. Бер диссертация яҙған кеүек булдым. Эшмәкәрлегебеҙҙе бөтә яҡтан да күрһәттек, финанс яғынан да, нисә кеше эшләүен, ҡасандан эшләүебеҙ тураһында тулы мәғлүмәт туплап, йөкмәткеле проект яһаныҡ, -- эшҡыуар Людмила Корчагина.-- --Киләсәктә лә ошондай сараларҙа ҡатнашырға уйлайбыҙ. Бындай ярыштар үҫтерә, алға ынтылыш тыуҙыра. Конкурсты ойоштороусы социаль өлкәләге инновациялар үҙәге Ирина Абрамова социаль юҫыҡта эшләүсе эшҡыуарҙарға төрлө курстар ҙа уҙғара. Күптән түгел генә баш ҡалала финанс грамотаһы һәм социаль бизнесҡа инвестициялар йәлеп итеү буйынса курста ҡатнышып ҡайттым.

Людмила Владимировна мәктәп менән етәкселек итеп кенә ҡалмай, унда уҡыта ла. Сит телдәр мәктәбе ҡалала 6 йыл эшләү дәүерендә 1200-ҙән ашыу кешене төрлө телдәрҙә һөйләшергә өйрәткән.

2021 йылда конкурста ҡатнашыу өсөн 55 заявка бирелгән. Уларҙың күбеһе өҫтәмә белем биреү өлкәһенә ҡараған. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә бизнес моделдәрҙең актуаллеге, әһәмиәте, инновациялығы, проекттарҙың мәғлүмәти асыҡлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынған.

Автор:Гульдар Кадаева