Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
29 Сентябрь 2021, 11:10

Бағыусы фермер тип беләләр

Хәйбулла районында ауыл хужалығын үҫтереү менән шөғөлләнгән крәҫтиән-фермер хужалыҡтары бик күп. Йыл да ҡоролоҡ бәкәлгә һуҡҡан был төбәктә ҡырсылыҡ, үҫемселек, малсылыҡ тармаҡтарын алға алып барыуы бик ҡыйын. Шулай ҙа ауыл кешеһе быйыл булмаһа, икенсе йыл булыр тип өмөт итә, булғанды юғалтмаҫҡа, нисек тә һаҡлап алып ҡалырға тырыша. Шуларҙың береһе—“Бикбау” агрофирмаһы. Йәмғиәт район үҙәгенән 33 саҡрым алыҫлыҡтағы Ивановка ауылында урынлашҡан. Төбәктә иң уңышлы эшләгән хужа-лыҡтарҙың береһе булып танылған крәҫтиән-фермер хужалығын Борис Абдуллин еткәләй.  

Бағыусы фермер тип беләләр
Бағыусы фермер тип беләләр

—Эшең алға китһен тиһәң, килем алыр өсөн сығымдарһыҙ булмай. Ер эше—ауыр хеҙмәт. Шуға ла барыһын да алдан уйлап эш итергә, төрлө киҫкен хәлдәргә, һауа шарттарына әҙер булырға кәрәк,—ти Борис Хәмитйән улы.—Беҙ 1130 гектар ерҙә иген културалары, ҡуҙаҡлылар, бойҙай, арпа, һоло, етен һәм үҙ хужалығыбыҙҙа аҫралған мал өсөн күп йыллыҡ үләндәр үҫтерәбеҙ. Ҡуртымға алынған баҫыуҙарҙы даими рәүештә агротехник саралар ҡулланып эшкәртәбеҙ, ваҡытында минераль ашламалар индерергә тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа уңыш бик ҡыуандырмай, әлбиттә. Гектар ҡеүәте 6,3 центнер ғына тәшкил итә. Шулай ҙә төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ. Ҡоролоҡтан зыян күреүсе булараҡ, киләһе йылға орлоҡ һатып алыуға, быйыл күрелгән зыянды ҡаплауға, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарҙыр инициативаһына ярҙам күрһәтеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам күрһәтеү системаһы һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”программаһына ярашлы дәүләттән ярҙам булырына ышанабыҙ.

Борис Абдуллин урындағы социаль объекттарҙы—мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт усағын ремонтлауҙа ҙур яр-ҙам күрһәтә. Шулай уҡ фермер мәрхәмәтлектән дә ситтә ҡалмай. Ауылда уҙғарылған мәҙәни сараларҙың бағыу-сыһы булып та сығыш яһай.

Былтыр, мәҫәлән Аҡташ ауы- лында иман йорто кәрәклеге мәсьәләһен күтәреп сыҡҡан һәм уны төҙөтөүгә матди ярҙам күрһәткән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә

ауыл уртаһында “Әхмәтдин” мәсете ҡалҡып та сыҡҡан.

—Мөмкинлек булғанда берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмаҫҡа тырышам. Ҡул асыҡ булһа, уйламаған ерҙән үҙемә табыш та килә,—тип ихлас йылмая Борис Хәмитйән улы.

Аҡташтар иман йортона төрлө сәбәптәр: дини байрамдар, никахтарға йыйылған һайын фермерға ҙур рәхмәт белгертеп, үҙенә сауаптарын насип итеүен теләй.

Белеме буйынса агроном булған етәксе намыҫлы хеҙмәте өсөн Баш-ҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән.

Бағыусы фермер тип беләләр
Бағыусы фермер тип беләләр
Автор:Гульдар Кадаева