Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
21 Сентябрь 2021, 11:19

Фатирлы булдылар

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов бөгөн етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы. Йәштәргә шулай уҡ махсуслаштырылған фонд буйынса йәшәү хоҡуғы бирелгән документ та әҙерләнде. Тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта уҡығыҙ.

Фатирлы булдылар
Фатирлы булдылар

Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов бөгөн етем балаларға фатир асҡыстары тапшырҙы. Йәштәргә шулай уҡ махсуслаштырылған фондта йәшәү хоҡуғы бирелгән документ та әҙерләнде. Торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында түләп, үҙҙәрен намыҫлы йәшәүселәр итеп күрһәтһә, уларға биш йылдан һуң фатирҙы хосусилаштырыу хоҡуғы бирелә.

Бөгөнгө йәштәр киләсәккә пландарын да һөйләп үтте. Рәлис Мәмбәтов ғаилә ҡороу ҡыуанысы менән бүлешһә, Анжелика Голубцова белем алыуы тураһында һөйләне. Ул тиҙҙән төҙөүсе буласаҡ. Заһир Торошов яңы ғына Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан. Уларҙың барыһы өсөн дә фатир алыу ҡыуаныслы ваҡиға.

Йәштәрҙе фатирлы булыуҙары менән ҡотлап, алдағы көндәрендә уңыштар, тыныслыҡта, тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәүҙәрен теләп ҡалабыҙ.

Автор:Альфира Узянбаева