АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
1 Июль 2021, 15:53

Шишмәләргә юл асып

Алтын ҡасабаһы янында шифалы шишмә барлығы күптәргә билдәле. Уны 1772 йылда Биктимеровтар ырыуы асҡан.

Алтын ҡасабаһы янында шифалы шишмә барлығы күптәргә билдәле. Уны 1772 йылда Биктимеровтар ырыуы асҡан. Улар йәй көнө шишмә янында ял итеп кенә ҡалмаған, ғаилә башлығы Имам Ғимал улы менән бергә һауыҡтырыу көсөнә эйә булған шишмәне һаҡлап ҡалыу өсөн тирә-яғын тәртиптә тотҡандар, таҙартҡандар, тәрбиәләгәндәр. Хәҙер шишмәне ҡарау Алтын ҡасабаһында йәшәүселәр иңендә.
Быйыл ауылдың инициатив төркөмө Ринат Сөләймән улы Йыһангиров, Нуритдин Йыһанур улы Буләкәнов, Юлай Фәзлетдин улы Мәхмүтов, Сергей Иванович Волков, Рәсимә Шәрип ҡыҙы Биктимерова, Мирза Айса улы Абдулхаликов, Вәғиз Закир улы Фазылов, Дамир Набиулла улы Ғизатулин, Вадик Абделхат улы Тләүкаев, Йәмил Миҙхәт улы Батыров, Мәһәҙи Матин улы Биҡҡолов, Тойғон Нәжип улы Әхтәмов, Мөнир Тойғон улы Әхтәмов, Мырҙағәли Ниғәмәт улы Хәлимов, Нурғәли Юнысов шишмәгә яңы һулыш бүләк итте. Улар шишмәнең тирә –яғын уратты, тәбиғи таштарҙан майҙансыҡ түшәне, һыу ағыу өсөн торба урынлаштырҙы. Алтын ҡасабаһында йәшәүселәр исеменән шәп егеттәргә һәм ҡыҙҙарға тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Гөлшат Тәүелбаева
Автор:Альфира Узянбаева