Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
25 Июнь 2021, 11:39

Ҡотлайбыҙ!

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәҙәниәт йорто проектта тәүге тапҡыр ҡатнашты һәм еңеүсе тип табылды.

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы иғлан иткән “Тыуған яҡ мәҙәниәте” конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурста барлығы 30 муниципаль берәмек ҡатнашты. Проект буйынса йыл һайын проектта ҡатнашҡан 15 ауыл мәҙәниәт йорто финанс ярҙам ала.
Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы мәҙәниәт йорто проектта тәүге тапҡыр ҡатнашты һәм еңеүсе тип табылды. Мәҙәниәт йорто материаль-техник базаны яҡшыртыуға, костюмдар, сәхнә декорацияларын яңыртыуға, ауыл халҡы һәм балалар шөғөлләнһен өсөн түңәрәктәр асыуға 2022 йылда финансланасаҡ.
Автор:Альфира Узянбаева