АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
22 Июнь 2021, 17:00

Һәйкәл асылды

Бөгөн Хәйбулла районы Юлбарыҫ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған һалдаттар иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

Бөгөн Хәйбулла районы Юлбарыҫ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында баштарын һалған һалдаттар иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Монумент урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса ҡуйылды һәм һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған 91 һалдаттың исеме мәңгеләштерелде.
Һәйкәлде асыуҙа район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, урындағы үҙидара органдары, ойошма вәкилдәре, ауыл халҡы ҡатнашты.
- Был сара район халҡы өсөн бик мөһим. Беҙ илебеҙ тыныслығы өсөн алышҡан ҡаһарман һалдаттар алдында мәңге бурыслыбыҙ. Яулап алынған тыныслыҡты, иреклекте, илебеҙ тарихын балаларыбыҙға тапшырырға тейешбеҙ,” – тине Рөстәм Динислам улы үҙ сығышында
Сара һалдаттар иҫтәлегенә монумент алдына сәскәләр һалыу менән тамамланды.
Автор:Альфира Узянбаева