Баймаҡ районы хакимиәте башлығы "Бәйләнештә" селтәрендә хәбәр итеүенсә, районда "Хәләл" стандарты буйынса ярымфабрикаттар етештереү йүнәлешендә тағы бер цех асылған. 2019 йылда Сәфәрғәлин Илфат Шәфҡәт улы Һаҡмар ауылының шәхси хужалыҡтарын "Дуҫлыҡ" кооперативына берләштереп, "Табышты арттырыу" проекттарында ҡатнаша. Грант аҡсаһына ҡорамалдар һатып алынған. Бөгөн цех 10 төрлө сифатлы ит продукцияһы етештерә. Бында 10 эш урыны булдырылған.
"Хәләл" стандарты сертификатын "Хәләл индустрияһын үҫтереү үҙәге" етәксеһе Илнур Мөхәмәтйәнов тапшырҙы. Республикала 4 хужалыҡ ҡына бындай сертификатҡа эйә, уларҙың 2-һе - Баймаҡ районында: "Иген-Тау" (Баймаҡ ҡалаһы) һәм "Дуҫлыҡ" (Һаҡмар ауылы).
Баймаҡ йүселдәренә уңыштар теләйбеҙ.