АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
1 Ноябрь 2020, 13:41

ЯҘЫЛАЙЫҠ, УҠЫЙЫҠ!

Йыл да “Атайсал”ға үҙҙәре яҙылып, уны мохтаж, күп балалы ғаиләләргә, ветерандарға бүләк итеүсе милләтебеҙҙең аҫыл улдары бар. Шуларҙың береһе билдәле табип, “ХУДАЙГУЛОВ И КО» КЛИНИКАҺЫ ЕТӘКСЕҺЕ Р.С. ХОҘАЙҒОЛОВ биш ветеранға “Атайсал” гәзите бүләк итте.

—Бар халыҡты ҡурҡыуға һалған коронавирус пандемияһын бигерәк тә өлкән йәштәгеләр ауыр кисерә. Сөнки Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәрҙән яфаланғандар өсөн йәнә изоляция режимы индерелде. Шуға күрә төбәк яңылыҡтарынан ситтә ҡалмаһындар, яңылыҡтарҙы ваҡытында белеп торһондар өсөн беҙҙең клиника биш ветеранға “Атайсал”ға подписка эшләргә булды.“Атайсал”—башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер төбәк гәзите. Урал аръяғы райондарының яңылыҡтары, көнүҙәк мәсьәләләр, ил кимәлендә ҡабул ителгән ҡарарҙар—барыһы ла баҫма биттәрендә яҡтыртыла. Милләттәштәребеҙҙе матбуғатҡа яҙылырға саҡырам. “Атайсал” менән дуҫ булайыҡ, яҙылайыҡ, уҡыйыҡ!