АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
12 Август 2020, 12:10

Сибайҙан күстәнәс

Сибайҙан Гүзәл Баянова йыйған мул уңышынан татлы ҡайнатмалар ҡайнатҡан. Уларҙы төрлө күләмдәге банкаларға тултырып, “Сибайҙан күстәнәс” тигән яҙыу йәбештереп, ҡалай ҡапҡас менән ябып һатыуға әҙерләгән. Уңайлы ла, үҙенә күрә брендлы ла!

Сибай ҡалаһы элек-электән сейә ишелеп үҫкән төйәк һанала. Бушҡа ғына бында сейә өмәһе уҙғарыу кәрәклеге тураһында БСТ каналынан хәбәр итмәйҙәрҙер. Әйткәндәй, быйыл ҡоролоҡ булһа ла ерлектә башҡа емеш-еләк тә ныҡ уңды. Оҫта хужабикәләр уларҙан береһенән-береһе ярышып ҡышҡылыҡҡа тәмлекәстәр әҙерләне.
Гүзәл Баянова, мәҫәлән, йыйған мул уңышынан татлы ҡайнатмалар ҡайнатҡан. Уларҙы төрлө күләмдәге банкаларға тултырып, “Сибайҙан күстәнәс” тигән яҙыу йәбештереп, ҡалай ҡапҡас менән ябып һатыуға әҙерләгән. Уңайлы ла, үҙенә күрә брендлы ла!
--Ҡурай еләге, ҡара, ҡыҙыл ҡарағаттар, сейәнән ҡайнатмаларҙы өләсәйҙәр рецебы буйынса яһаным. Сит яҡтарға ҡунаҡҡа барыусылар үҙе менән тыуған яҡтың өлөшөн алып барырға теләһә, миңә мөрәжәғәт итегеҙ,--тип яҙа Гүзәл Баянова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Гүзәл ханымды Ватцапта +79279610050, Инстаграмда guzel_bayanova табырға була.