15 июлдә Рәсәй Федерацияһының Иҡтисадты үҫтереү министрлығы Роспотребнадзор тәҡдимдәренең үтәлешен тәьмин итеү өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа һәм социаль коммерция булмаған ойошмаларға субсидиялар булдырыусы программаларҙы тормошҡа ашыра башланы. Был ярҙамды 1,5 миллионға яҡын кешегә эш урыны булдырыусы 500 мең эшҡыуар аласаҡ.
Субсидияны өҫтәмә белем биреү, берҙәм исемлеккә индерелгән саңғы трассаһы, пляж, ҡунаҡханалар (100 бүлмәнән дә артыҡ булмаған), спорт өлкәһе, дөйөм туҡланыу, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү ойошмалары алыуға хоҡуҡлы.
Субсидия 2020 йылда бер тапҡыр ғына бирелә, уны кире ҡайтарыу кәрәкмәй. Тик уны санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү маҡсатында дезинфекциялауға һәм профилактикаға ғына ҡулланырға мөмкин.
Түләүҙе алыр өсөн 2020 йылдың 15 июленән 15 августҡа тиклем ойошманың урынлашыу урыны ҡараған һалым органдарында ғариза тапшырырға кәрәк. Документтарҙы электрон почта йә Рәсәй Федераль Һалым органдары сайтында шәхси кабинет аша ебәрергә була. Ғаризала субсидия күсерер өсөн шәхси иҫәп һандарын күрһәтергә кәрәк. Документтар 3 көн эсендә ҡарала һәм Федераль ҡаҙнанан шунда уҡ аҡса күсереләсәк.
Компаниялар өсөн түләү - 15 мең һум, шулай уҡ һәр хеҙмәткәргә 6,5 мең һум, шәхси эшҡыуарҙың үҙенә 15 мең һум түләү ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән Мойбизнес.рф (https://clck.ru/PJdhA) порталында таныша алаһығыҙ.