Бөгөн республиканың “Башавтотранс” предприятиеһы 50 ҙур “НефАЗ” автобустары менән тулыланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй көнө алдынан алынған яңы автобустарҙың асҡысын предприятие филиалдары етәкселәренә тапшырҙы.
106 пассажир һыйҙырышлы яңы автобустар халыҡ айырыуса күп йөрөгән маршруттарға юл тотасаҡ. Уларҙың барыһы ла газ двигателендә эшләй, шулай уҡ АВС тормоз системаһы, гидрокөсәйткес күсешле рулдәр, кешеләр өсөн хәүефһеҙ электроприводлы ишектәр, GPS/ГЛОНАСС юлдаш навигацияһы һәм ЭРА-ГЛОНАСС ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу системалары менән тәьмин ителгән. Салонда тауышлы иғлан иткес һәм электрон табло урынлаштырылған.
Автобустар сәләмәтлеге яғынан мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү өсөн дә ҡулайлаштырылған. Урталағы ишектә коляскалағы кешеләргә тәғәйенләнгән ҡулайлама һәм хәрәкәт мәлендә колясканы беркетеү өсөн махсус урын бар. Автобустарҙың иҙәненә таймай торған япма түшәлгән.
Р.Ф.Хәбиров билдәләүенсә, яңы техника барлыҡ экологик хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, сөнки автобустар тәбиғи газда эшләй. Республика етәксеһе “Газпром трансгаз Өфө” йәмғиәтенең генераль директоры Шамиль Шәрипов менән бергә яңы автобустарҙы ҡарағандан һуң Башҡортостанда газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү, ҡала һәм райондарҙа автомобилдәрҙе газ менән тәьмин иткән станциялар (АГНКС) төҙөү мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
Үткән йыл “Башавтотранс” предприятиеһы бәләкәй, урта һәм ҙур класлы 478 яңы автобус менән тулыландырылғайны. Быйыл тағы ла 245 заманса автобус алыу күҙаллана.
Водителдәр менән әңгәмәләшкән саҡта Радий Хәбиров предприятие хеҙмәткәрҙәренең социаль йәһәттән яҡлау, уларҙың эш хаҡын күтәреү мәсьәләһен күтәрҙе.