«Берҙәм Рәсәй» төбәк башҡарма комитеты ҡарамағындағы «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр үҙәге активистары Башҡортостан Республикаһы граждандарына социаль ярҙам күрһәтеү «Изгелек» үҙәге хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Социаль хеҙмәткәрҙәргә коронавирус киҙеүе ҡоторған ваҡытта табиптар менән бер рәттән иң алғы һыҙатта булып, мохтаждарға ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе. Уларҙың һәр береһе сәскә гөлләмәһе һәм Рәхмәт хаты менән бүләкләнде, ә коллективҡа тәмле күстәнәс тапшырылды.
5 меңгә яҡын ирекмән пандемия ваҡытында социаль хеҙмәткәрҙәр менән бергә өлкәндәргә, мохтаждарға аҙыҡ-түлек алып барҙы, эштәрендә булышты. Был осор эсендә генә республикала йәшәүсе 240 меңгә яҡын кешегә төрлөсә ярҙам күрһәтелде.
«Берҙәм Рәсәй» төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәдинуров та ҡотлауҙарға ихлас ҡушылды.
«Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы төҙәтмәләрендә халыҡҡа адреслы социаль ярҙам күрһәтеү тәҡдиме бар. Дәүләттең төп документына бындай тәҡдим беренсе тапҡыр индерелде. Мохтаждарға дәүләт ярҙамы булдырыуҙың бер ысулы ул. Был тәҡдим финанс яғынан дә тәьмин ителер тип ышанабыҙ,”-тине Рөстәм Әхмәдинуров.