Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
9 Июнь 2020, 14:50

НИӘТ ИТКӘН - БУЛДЫРҒАН

—Ағас эше еңел түгел,—ти эшҡыуар.—Һәр эштең үҙ нескәлектәре булған кеүек, ағас эше лә бик сетерекле. Бүрәнә быстың—таҡта булды, тип уйлаусылар яңылыша. Һәр таҡта сифатлы, таҙа, дөрөҫ үлсәмдә булырға тейеш. Күләм артынан ҡыуып, сифатына иғтибар итмәһәң, һатып алыусыларыңды юғалтыуың ихтимал. Күңелен бер ҡалдырһаң, улар башҡа һиңә килмәйәсәк,—тип эшенең асылын төшөндөрөргә тырышты пилорама хужаһы.

Кемдер заман ауырлығына зарланып, икенселәре “оҙон аҡса” эҙләгәндә, бәғзеләр үҙҙәренең тыуған ерендә, үҙ эшен асып, йүнселлеккә тотона. Тап шундай уңған егеттәрҙең береһе Хәйбулла районының йәмле Һаҡмар йылғаһы янында урынлашҡан Аҡнаҙар ауылында ағас эшкәртеү цехы асҡан.
Айтуған Килдебаев буш торған бинаны ҡуртымға ала һәм үҙ аҡсаһына пилорама өсөн кәрәкле ҡоролмалар һатып ала. Ауыл эшҡыуары өсөн шәхси эшеңде булдырыу бер ваҡытта ла еңел бирелмәй. Тәүҙә Айтуған Байбулды улы эшҡыуарлыҡты магазин асыуҙан башлай, һатыу эшендә сығымдар үҙ-үҙен аҡламағас, икенсеһенә тотона.
—Ағас эше еңел түгел,—ти эшҡыуар.—Һәр эштең үҙ нескәлектәре булған кеүек, ағас эше лә бик сетерекле. Бүрәнә быстың—таҡта булды, тип уйлаусылар яңылыша. Һәр таҡта сифатлы, таҙа, дөрөҫ үлсәмдә булырға тейеш. Күләм артынан ҡыуып, сифатына иғтибар итмәһәң, һатып алыусыларыңды юғалтыуың ихтимал. Күңелен бер ҡалдырһаң, улар башҡа һиңә килмәйәсәк,—тип эшенең асылын төшөндөрөргә тырышты пилорама хужаһы.
Бөгөн эшҡыуар һатыуға төрлө яҫылыҡта ҡайын, уҫаҡ ағасынан таҡта әҙерләй. Уға бер туған ҡустыһы Айҙар ярҙамлаша. Әлегә әҙер продукцияны ауылдаштары һатып ала, киләсәктә эшҡыуарҙың ағасты тәрән эшкәртә башларға теләге лә бар. Әммә әлегә станоктар һатып алыу мөмкинлеге юҡ, был йәһәттән район етәкселеге тарафынан дәүләт ярҙамына өмөт иткәндә, кем белә, бәлки Аҡнаҙар йүнселенең кәсебе йәнә киңерәк үҫешер әле.
Һәр эшкә дәртләнеп, ҡанатланып тотонған Айтуған Килдебаевтың ҡорған хыялдары ла тормошҡа ашыр, сөнки талапсан, үҙ-үҙенә ышанған кешеләр генә киләсәккә ҡарап эш итә, ниәтен тормошҡа ашырып, алға ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй белә.
Читайте нас: