Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 2020 йыл республикала Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға күрә быйыл тораҡ пункттарҙың эстетик тышҡы йөҙөн формалаштырыу, төҙөкләндереү кимәлен күтәреү, халыҡтың уңайлы йәшәүе өсөн шарттар булдырыу өсөн бик күп эштәр башҡарылды. Ойошмалар һәм предприятиелар биләгән майҙансыҡтарҙа газондар яңыртылды, заманса тротуарҙар эшләнде, парк һәм скверҙарҙы яҡтыртыу проблемаһы хәл ителеүе лә бик ҡыуаныслы.
Ҡала яны ҡасабаларында һәм ауылдарҙа сүп-сар контейнерҙарын урынлаштырыу, ҡалаларҙағы сүп һауыттарын замансаға алмаштырыу - халыҡҡа уңайлы шарттар булдырыуҙың мөһим аҙымдарының береһе.
2020 йылдың 1 ғинуарынан ҡала яны ҡасабаларынан һәм ауылдарҙан сүп-сар сығарыу эшенен «Эко-Сити» региональ операторы башҡара. Шуныһы ҡыуаныслы, хәҙер шәхси йортта йәшәүселәр элеккесә сүп-сар тултырылған тоҡтары менән сәғәттәр буйы ҡый ташыусы машинаны көтөп тормай, улар өсөн уңайлы график булдырылды.
- Беҙҙең ойошманың маҡсаты сүп-сарҙы йыйып алыу ғына түгел, уны сорттарға бүлеү, эшкәртеү, юҡ итеү. Шулай уҡ ҡый йыйылып, туҙып ятмаһын өсөн өҙлөкһөҙ логистиканы яҡшыртыу, киләсәктә уны эшкәртеү өсөн инфраструктура булдырыу өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барыла. Был, әлбиттә, ҙур сығымдар талап ителәсәк. Бөгөнгө көндә республика халҡын тәьмин итеү өсөн «Эко-Сити» компанияһы 270 млн. һумға 32 заманса машина һатып алды. Һәр машина 10-12 тонна сүп-сар сығара ала. Иҫке машиналар менән сағыштырғанда яғыулыҡ ҡулланыу яғынан бик отошло булды. Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында ҡыйҙы сорттарға бүлеү һәм эшкәртеү заманса комплекстарын төҙөү 2021 йылға планлаштырылған, - ти Рәсәй экологияһы йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе етәксеһе Артем Киреев.