Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
11 Февраль 2020, 10:00

Ҡырға йөрөмәҫ инек

Эшҡыуар әйтеүенсә, йылғаға ҡарап торған уңайлы һәм йәмле бунгалолар төҙөргә ниәтләй.

Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Р.Ә.Афзалов сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмә үткәрҙе. Кәңәшмәлә “Төйәләҫ” ғаилә кемпингы проекты ҡаралды. Проекттың инициаторы—йәш эшҡыуар Александр Семенихин. Кемпинг булдырырға теләүенең маҡсаты—Төйәләҫ йылғаһы ярҙары биләмәһен төҙөкләндереп сибайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына экологик яҡтан таҙа ҡарағай урманында ял урыны булдырыу.
Эшҡыуар әйтеүенсә, йылғаға ҡарап торған уңайлы һәм йәмле бунгалолар төҙөргә ниәтләй. Бунгало—бер ғаилә ағзаларына тәғәйенләнгән бер ҡатлы йорт. Башлыса уның ҡыйығы яҫы була һәм киң веранданы үҙ эсенә ала. Сит илдәрҙә бунгало билдәле конструкция булараҡ ҡала ситендәге йортто кәүҙәләндерә. Александр Семенихин бунгалолар янына мунса төҙөргә, беседкалар урынлаштырырға теләй, волейбол һәм балалар майҙансығы, мангал биләмәһе булдырмаҡсы. Ял итеүселәргә һыу туризмы, спорттың һәм әүҙем ялдың бер төрө булған—каякингты тәҡдим итмәксе. Йәғни, каяк тип аталған судноларҙы ҡуртымға бирәсәк. Ҡыш көнө был хеҙмәттәргә коньки прокаты һәм тюбингтар өҫтәлә. Майҙаны 45 квадрат метр тәшкил иткән корпустар экологик яҡтан таҙа материалдан төҙөлә. Был үҙ сиратында ялдың сифатын күтәреүгә булышлыҡ итә.
--Кемпинг булдырыуҙың ыңғай яҡтары бик күп. Шуларҙың иң мөһиме—ҡаланан алыҫҡа китмәйенсә, ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү,--тине эшҡыуарҙы таңлағандан һуң Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов.
Башланғысты ғәмәлгә индереү өсөн дәүләт ярҙамы—стартап талап ителә. Проект инициаторының эшмәкәрлеге йүнәлеше йәмғиәт ячейкаһы—ғаиләне нығытыуға, ялды ойоштороуға ҡоролғанлыҡтан, ул тиҙ арала төрлө йәһәттән яҡлау табып, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам күрһәтеү” милли проекты сиктәрендә уңышлы тормошҡа ашырылырына ышаныс ҙур.
#нацпроекты#миллипроекттар