Баймаҡ районының Алғаҙы ауылынан Азамат Әбделғафаров атлы егет быйыл итальян тоҡомло 800 ҡаҙ бәпкәләре алып үҫтергән.
Алғаҙының һутлы үләнен ашап үҫкән ҡаҙҙарҙың 750-һе ҡалып, башта тырыш егет уларҙы тере ауырлығы менән һатһа, хәҙер итләтә килолап алырға һата.
Был шөғөл Азаматҡа килем килтереп кенә ҡалмай, ауылдаштарын да әҙ-мәҙ эшле итә. Йәй айҙарында ҡаҙҙарҙы ҡарашырға ярҙам итһәләр, хәҙер инде Алғаҙы ауылы апайҙары ҡаҙ йолҡошоп аҡса эшләй. Шаулап-гөрләп ҡаҙ өмәләре үткәргәндәр. Эш хаҡына ҡаҙ ҙа алырға мөмкин.
Ана шулай йүнселдәр ҡалай ҙа йүнен таба ул. Йүнсел егеткә артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ. Афарин!