Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
19 Июль 2019, 10:51

Ер еләккәйҙәре беште инде

Билгебаева Фирүзә Шәрәфетдин ҡыҙы, Сибай ҡалаһында йәшәп тә, көнөннә 15 биҙрә самаһы еләк йыйып һата...

Йәй күптәр өсөн рәхәтләнеп ял итеү, ҡояшта ҡыҙыныу мәле. Әммә был миҙгел килемле шөғөлдәргә юл асыуы, уңыш килтерер баҡса һәм бесән мәшәҡәттәре менән дә мәртәбәле. Уңғандар һәм йүнселдәр йәйгеһен шаулатып баҡса үҫтерә, еләк йыйып һата. Баймаҡ районының Басай ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә ғаиләһе менән Сибай ҡалаһында ғүмер иткән Билгебаева Фирүзә Шәрәфетдин ҡыҙы тап шундайҙарҙың береһе. Уңған, тырыш хужабикә бына инде ун етенсе йыл ошо эш менән шөғөлләнә. “Балаларҙы ла бәләкәй саҡтарынан еләк менән һатыу итеүгә йәлеп итәбеҙ. Уларҙың тырыш, уңған һәм хеҙмәтте һөйөп үҫеүҙәре бик мөһим”,—ти күп балалы әсә.
Фирүзә тормош иптәше Фәнүр менән Динар, Нур, Динис исемле
өс ул тәрбиәләй. Ә наҙлыҡай Дилүзә—ғаиләлә бер бөртөк ҡыҙ. Уңған хужабикә һөйләүенсә, улар иртә менән еләктәрен һатып бөткәс, төшкә ҡарай бөтә ғаиләһе менән емеш йыйырға сығып китә. Төшкө бер тирәһенән алып киске һигеҙҙәргә тиклем яҡынса ун биш биҙрә йыйып та ҡуялар икән.
Быйылғы һауа торошо бик ҡыуандырмай. Беҙҙең яҡтарҙа ямғырҙар бөтөнләй юҡ тиерлек. Көндәр ҙә йә үтә ныҡ эҫе, йә бигерәк һалҡын. Күптәр яҡын-тирәлә емеш-еләк юҡлығына зарлана. Ә бына алыҫ райондарҙа еләк ишелеп уңған икән. “Беҙҙе һауа торошо ямғырһыҙлығы менән йонсотһа ла, башҡа яҡтарҙа ямғырҙар яуып ҡына тора. Шуға күрә еләк тә бик күп. Ялҡауланмай ғына йөрөһәң, рәхәтләнеп йыйырға була. Беҙ зарланып ултырмайбыҙ, кәрәк икән Өфө яҡтарынан йыйып алып ҡайтып һатабыҙ”,—ти Фирүзә.
Уңған ханым еләк һатыуҙан килгән килемдең яҡынса күпме булыуын да әйт-те: “Ғөмүмән, еләк менән һатыу итеү—килемле генә шөғөл. Юғиһә, тиҫтә йыл бының менән шөғөлләнеп тә тормаҫ инек. Әлбиттә, килем йылына ҡарап төрлөсә була. Уртаса бер миҙгелдә 100-150 мең самаһы аҡса эшләйбеҙ”. Фирүзә быйыл килем тағы ла күберәк булыр тип күҙаллай. Сөнки еләк бик күп. Уны һатыр өсөн оҙаҡ ваҡыт торорға ла тура килмәй.
Фирүзә йәй айҙарында емеш-еләк һатыу менән шөғөлләнгәс, эшкә урынлашып тороуҙы кәрәк тип тапмай. Ҡышҡыһын төрлө эштәрҙә эшләп аҡса таба икән. Сығышы менән Иҫке Сибайҙан булған ире Фәнүр вахта ысулы менән Себер яҡтарында эшләй.
Тырыш, уңған Билгебаевтар ғаиләһенә бөтмәҫ көс-дәрт, шөғөлдәренең тағы ла килемлерәк булыуын теләп ҡалабыҙ.
Нәркәс Алсынбаева