Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
8 Апрель 2019, 12:25

«Тик Әбештеке булһын!»

Хәйбулла районының Әбеш ауылында йәшәүсе Рәзилә һәм Йәмил Илембәтовтар 2019 йыл башынан сифатлы һөт ризыҡтары етештереү менән ныҡлы шөғөлләнә башлаған.Быға тиклем улар үҙҙәренең шәхси хужалығында һауылған һыйырҙарҙан, Әбеш, Вәзәм ауылдары халҡынан йыйылған һөттө пакеттарға ҡойоп, Аҡъярға алып барып һатыу менән булышҡан. Быйыл инде тырыш хужалар ҡатыҡ, һөт өҫтө, ҡаймаҡ, ряженка, эремсек, ҡорот етештереүгә лә тотонған. Уларға цехтарын киңәйтеүгә, ассортиментты байытыуға республикала крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Яңы эш башлаусы фермер» программаһы гранты ныҡ ярҙам иткән.

Хәйбулла районының Әбеш ауылында йәшәүсе Рәзилә һәм Йәмил Илембәтовтар 2019 йыл башынан сифатлы һөт ризыҡтары етештереү менән ныҡлы шөғөлләнә башлаған.
Быға тиклем улар үҙҙәренең шәхси хужалығында һауылған һыйырҙарҙан, Әбеш, Вәзәм ауылдары халҡынан йыйылған һөттө пакеттарға ҡойоп, Аҡъярға алып барып һатыу менән булышҡан. Быйыл инде тырыш хужалар ҡатыҡ, һөт өҫтө, ҡаймаҡ, ряженка, эремсек, ҡорот етештереүгә лә тотонған. Уларға цехтарын киңәйтеүгә, ассортиментты байытыуға республикала крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Яңы эш башлаусы фермер» программаһы гранты ныҡ ярҙам иткән.
—Ирем шәхси эш булдырыу хаҡында күптән хыялланды. Ауыл ерендә халыҡ күпләп мал аҫрауын аҫрай. Әммә хәләл тапҡанын аҡсаға әйләндерә алмай яфалана, сөнки район үҙәге Аҡъяр беҙҙән бик алыҫ,—ти Рәзилә Сөләймән ҡыҙы.—Ике улым, ҡыҙым менән кәңәшләштек тә еңел булмаған шөғөлгә тотондоҡ. Әле апрель айы һөткә наҡыҫыраҡ мәл, ҡыш көнө лә шуға ла ирем менән икебеҙ генә эшләнек. Майҙа һөт китһә, ярҙамсылар алырға иҫәп тотабыҙ.
Илембәтовтарҙың ағы күпләп райондың эре ауылдары Аҡъяр һәм Бүребай магазиндарына һалына. Вәзәм, Йәнтеш, Атингән, Федоровка ауылдары халҡы ла хәҙер уларҙың һөт ризыҡтарының тәмен белеп алған. Хәйбулла тарафтарына барғанда магазинға инһәң, икмәкте Бүребайҙыҡын, һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡты тик Әбештеке булһын тип һорайҙар. Уларҙың ризығы ҡуйылығы, тәме, сифаты, тәбиғи булыуы менән алдыра.
Хужабикә Рәзилә Сөләймән ҡыҙы әйтеүенсә, йылдың тәүге 3 айында эштәре ыңғай ғына киткән. Әлбиттә, килемдәре бар, әммә сығымдары ла етерлек. Киләсәктә уларҙың һөт ризыҡтары етештереү цехында әҙерләнгән аҡ аҙыҡ республика, күрше Ырымбур, Силәбе өлкәләрендә лә үҙ ҡулланыусыларын табырына шигебеҙ юҡ.
Читайте нас: