Бөтә яңылыҡтар
Йүнселлек
18 Март 2019, 11:19

Бәләкәйҙән һәләтле

БДПУ-ның тарих факультетының хоҡуҡ һаҡлау бүлегендә уҡыған Дилә Рәсембәтованың үҙенсәлекле шөғөлө бар—сәс үрә, матур прическалар яһай. Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ уҡыуынан тыш, матурлыҡ салонында эшләй. Бынан тыш икенсе салонда өҫтәлде ҡуртымға алып, үҙ эшен алып бара.

—Миңә 19 йәш. Был шөғөл менән 12 йәштән булышам. Башта һеңлемдең, әхирәттәремдең сәсен үрһәм, матурлаһам, аҙаҡ йәш кәләштәргә, юбилейҙарға ҡатын-ҡыҙҙарҙы әҙерләргә тотондом,—ти Дилә.—Әсәйем уҡыуыңа ҡамасаулай тиһә лә, атайым мине заказ булған йорттарға машинала алып бара, кәрәк-яраҡтарҙы алып бирә. Хәҙер инде баш ҡалала бәләкәй генә булһа ла үҙ эшемде астым. Әлбиттә, бында Аҡъярҙағы кеүек клиенттарым күп түгел, шулай ҙа үҙемде танытырға тырышам.
Яҡташыбыҙ тиҙҙән Өфөлә үтәсәк «Алтын тараҡ» конкурсына әҙерләнә. Көнөнә төрлө оҙонлоҡтағы сәсле гүзәл заттарға 12-шәр прическа яһарға өлгөргән шәп ҡыҙыҡай был сарала үҙен танытыр тип ышанып, уға уңыштар теләйек.