Ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейһә ташҡа ла йән керә икән ул. Был хаҡиҡәткә беҙ Сибай ҡалаһында 2010 йылда үҙ эшмәкәрлеген башлаған «КАРО» художество оҫтаханаһында булғанда инандыҡ. «Каменная роспись» һүҙҙәренең тәүге хәрефтәренән алынған атама был йәмғиәттең асылын күрһәтә. Рәссам-мозаика йыйыусылар Илнара Fәтиәтова, Лилиә Fәбдерахманова, Лилиә Насыровалар таш менән һүрәт яҙа. Ирина Ибраһимова таштарҙы йоҡа ғына итеп ҡырҡа. Мастер Динар Fәлиуллин эш барышын көйләй. Әлеге ваҡытта тәжрибәле рәссамдар ике өйрәнсекте таштан мозаика теҙергә өйрәтә. Төп хужалары иһә шәхси эшҡыуар Сергей Чулков башлыса ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ижади коллективын сеймал менән тьәмин итә, әҙер заказдарҙы тарата.
—Республикабыҙҙың таш эшкәртеү оҫтаханаларының төп йүнәлеше—флорентия мозаикаһын төҙөү. Уның тыуған ере—Италияла, мәҫәлән, флорентия мозаикаһын мәрмәрҙән, гранит кеүек йомшаҡ сеймалдан яһаһалар, беҙҙә ул йәшмәнән эшләнә. Был ташты эшкәртеү ҙур хеҙмәт талап итә. Ҡатылығы буйынса йәшмәнән һуң, алмаз, сапфир, рубин кеүек аҫыл таштар ғына китә. Билдәле, ярым аҫыл таштан яһалған картиналар буяуҙарҙың төрлөлөгө менән алдыра. Академик А.Е.Ферсман уны бушҡа ғына «таштар батшаһы» тип атамағандыр,—ти рәссам-мозаика яһаусы Илнара Fәтиәтова.—Тағы шуныһы: йәшмә беҙҙең аяҡ аҫтында ята. Беҙҙең яҡтың ташы Орск, Учалы тарафтарынан килтерелгәндән төҫтәре буйынса айырыла.
Рәссамдар һүрәт төшөрә, буяуҙарҙы палитрала бутай ҙа, шуны бумала менән япмаға яға. Ә мозаика төҙөүсе буяу урынына төҫө, күләме буйынса таш һайлай, кәрәкһә уны ҡыра, тигеҙләй һәм йәбештерә. Был бик ваҡ һәм таһыллыҡ, сабырлыҡ талап иткән эш. Бер картинаға 500-700, хатта 1 меңгә тиклем таш детале китеүе ихтимал. Деталдәр бер-береһенә бер екһеҙ, идеаль тура килтерелергә тейеш. Таштан яһалған бындай картиналар мәңгелек.
Картиналарҙан тыш бында таштан сувенирҙар, интерьер әйберҙәре заказ буйынса ғына етештерелә. Илнара Fәтиәтова әйтеүенсә, уларҙың ҡул эштәренә сит илдәрҙән дә заказдар күп. Былтыр көҙ Республикабыҙ Башлығы вазифаһын башҡарыусы Р.Хәбиров Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты В.Жириновскийға тап Илнараның флорентия мозаикаһы стилендә яһаған панноһын бүләк иткән.
Һүрәттә: Илнара Fәтиәтова һәм Лилиә Fәбдерәхманова.